«Йәшлек» гәзите » Бөгөнгө юбилярҙар » 20 сентябрь



20.09.2019 20 сентябрь

Семашко Николай Александрович (20.09.1874—18.05.1949), дәүләт һәм һаулыҡ һаҡлау өлкәһе эшмәкәре. 1918—1921 йылдарҙа РСФСР‑ҙың һаулыҡ һаҡлау халыҡ комиссары. 1941—1942 йылдарҙа Өфөлә эвакуацияла булған ваҡытында Башҡорт АССР-ы Һаулыҡ һаҡлау халыҡ комиссариатының Госпиталь советы хеҙмәткәре. СССР Медицина фәндәре академияһы (1944) һәм РСФСР Педагогия фәндәре академияһы (1945) академигы. Ленин (1944) һәм Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1943) ордендары кавалеры. Сығышы менән хәҙерге Липецк өлкәһенең Задонский районы Ливенская ауылынан.

Гаврилов Сергей Алексеевич
(20.09.1914—21.05.1983), ғалим-конструктор. 1955 йылдан Өфө машиналар эшләү конструкторлыҡ бюроһының баш конструктор урынбаҫары, 1962–1983 йылдарҙа — баш конструкторы. Техник фәндәр докторы (1978). Социалистик Хеҙмәт Геройы (1975). РСФСР‑ҙың (1974) һәм Башҡорт АССР‑ының (1969) атҡаҙанған фән һәм техника эшмәкәре. СССР‑ҙың Дәүләт премияһы лауреаты (1977). Сығышы менән хәҙерге Иваново өлкәһенең үҙәге Иваново ҡалаһынан.

Сафонов Анатолий Георгиевич (20.09.1919—24.06.1944), Бөйөк Ватан һуғышында батырҙарса һәләк булған хәрби хеҙмәткәр. Уҡсылар полкының рота командиры, өлкән лейтенант. Советтар Союзы Геройы (1944, үлгәндән һуң). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Дыуан районы Суртан ауылынан.

Исмәғилева Эльза Рауил ҡыҙы
(20.09.1949, ғалим-ветеринар. 1973 йылдан Башҡортостан ауыл хужалығы институты һәм Башҡорт дәүләт аграр университеты уҡытыусыһы, шул иҫәптән 1977—1989 йылдарҙа ветеринар табип‑рентгенолог. Ветеринария фәндәре докторы (2006). Сығышы менән хәҙерге Ҡарағалпаҡстандың Чимбай ҡалаһынан.

Шәрипов Наил Надир улы (20.09.1949), терапевт, Республика балалар клиник дауаханаһының бүлек мөдире. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған табибы (1994), СССР-ҙың һаулыҡ һаҡлау отличнигы (1989).





Автор: Нуретдинов Ансар
Фото: Т. АМАНОВ


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға