«Йәшлек» гәзите » Бөгөнгө юбилярҙар » 14 сентябрь



14.09.2019 14 сентябрь

Игнатьев Семён Денисович (14.9.1904—27.11.1983), совет дәүләт һәм партия эшмәкәре. 1953—1957 йылдарҙа КПСС-тың Башҡортостан өлкә комитетының беренсе секретары. СССР-ҙың I—V саҡырылыш, РСФСР-ҙың IV саҡырылыш һәм Татар АССР-ының V саҡырылыш Юғары Советтары депутаты. Ике Ленин (1940, 1944, 1948, 1957), Октябрь Революцияһы (1974), 1‑се дәрәжә Ватан һуғышы (1945) һәм Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1943) ордендары кавалеры. Сығышы менән хәҙерге Украинаның Кировоград өлкәһе Кроповницкий районы Карловка ауылынан.

Киняшов Михаил Александрович
(14.09.1924—2.06.1995), Бөйөк Ватан һуғышы яугире, уҡсылар полкының миномет расчеты командиры, гвардия кесе сержанты. Дан орденының тулы кавалеры. Благовещен ҡалаһының почётлы гражданы. Сығышы менән ошо ҡаланан.

Яруллин Харис Хафиз улы
(14.09.1924—3.10.1987), ғалим-физиолог. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. 1955 йылдан СССР Медицина Фәндәре академияһының Неврология ғилми-тикшеренеү институты хеҙмәткәре һәм 1959 йылдан — өлкән ғилми хеҙмәткәре, 1970 йылдан — Медико‑биологик проблемалар институтының лаборатория мөдире. Медицина фәндәре докторы (1967), профессор (1974). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Ҡыйғы районы Йыланлы ауылынан.

Булатов Анатолий Павлович
(14.09.1939—23.12.2017), ғалим-зоотехник, юғары мәктәп уҡытыусыһы. 1988—2013 йылдарҙа Т. С. Мальцев исемендәге Ҡурған дәүләт ауыл хужалығы академияһының кафедра мөдире, артабан 2013—2017 йылдан — уҡытыусы, бер үк ваҡытта 2007—2017 йылдарҙа «Кормление сельскохозяйственных животных и кормопроизводство» журналының баш мөхәррире. Биология фәндәре докторы (1987), профессор (1989). Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған фән эшмәкәре (1994). Сығышы менән хәҙерге Дыуан районының Ләмәҙ ауылынан.

Лобастова Светлана Александровна (14.09.1949), ғалим-физик, 1973 йылдан Башҡорт дәүләт университеты уҡытыусыһы. Техник фәндәр кандидаты (1990). Рәсәй Федерацияһы Хөкүмәтенең Фән һәм техника өлкәһендәге премияһы лауреаты (2004). Сығышы менән Өфө ҡалаһынан.

Кулагин Андрей Алексеевич
(14.09.1979), ғалим-дендроэколог. 1997 йылдан Рәсәй Фәндәр академияһы Өфө фәнни үҙәгенең Биология институты ғилми хеҙмәткәре, бер үк ваҡытта 2002 йылдан М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты уҡытыусыһы, 2011 йылдан — экология һәм тәбиғәтте файҙаланыу кафедраһы мөдире. Биология фәндәре докторы (2006), профессор (2008). Башҡортостан Республикаһының мәғариф отличнигы (2011). Сығышы менән Өфө ҡалаһынан.





Автор: Нуретдинов Ансар
Фото: Т. АМАНОВ
Источник: ba.wikipedia.org


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға