«Йәшлек» гәзите » Бөгөнгө юбилярҙар » 5 сентябрь



05.09.2019 5 сентябрь

Зориктуев Вячеслав Цыденович (5.09.1939), ғалим-инженер‑механик, юғары мәктәп уҡытыусыһы. Техник фәндәр докторы (1990), профессор (1991). Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған фән эшмәкәре (1992), Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған юғары мәктәп хеҙмәткәре (2011), СССР‑ҙың уйлап табыусыһы (1985). Сығышы менән хәҙерге Бүрәт Республикаһының Закаменский районының Цакир ауылынан.

Хәсәнов Ришат Фәүҡәт улы (5.09.1954), ғалим-әҙәбиәт белгесе, юғары мәктәп уҡытыусыһы. Филология фәндәре докторы (2006). Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған халыҡ мәғарифы хеҙмәткәре (2005) һәм мәғариф отличнигы (2000).





Автор: Нуретдинов Ансар
Источник: ba.wikipedia.org


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға