«Йәшлек» гәзите » Бөгөнгө юбилярҙар » 4 сентябрь



04.09.2019 4 сентябрь

Фәхриев Ғәбделхәй Ғимаҙи улы (4.09.1929—31.08.1991), театр актёры. 1970—1991 йылдарҙа Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры артисы. РСФСР-ҙың (1991) һәм Башҡорт АССР-ының (1974) халыҡ артисы. Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены кавалеры (1976).

Корольков Григорий Михайлович (4.09.1934—2012), хеҙмәт алдынғыһы. 1964–1994 йылдарҙа «Востокнефтезаводмонтаж» тресы бригадиры. Башҡорт АССР-ының XI саҡырылыш Юғары Советы депутаты. Социалистик Хеҙмәт Геройы (1984). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһы Бүздәк районы Уртакүл совхозының Һарайғыр бүлексәһе ауылынан.

Афанасьев Василий Павлович (4.09.1939), хужалыҡ эшмәкәре. Миәкә районы «Восток» колхозының элекке рәйесе. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре (1996), Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ һәм «Почёт Билдәһе» ордендары кавалеры.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға