«Йәшлек» гәзите » Бөгөнгө юбилярҙар » 1 сентябрь



31.08.2019 1 сентябрь

Йосопов Ислам Йосоп улы (1.09.1924-—16.04.1991), ғалим-инженер-радиотехник, юғары мәктәп уҡытыусыһы. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан хәрби-хеҙмәткәр. 1972—1991 йылдарҙа Өфө авиация институтының кафедра мөдире. Техник фәндәр докторы (1971), профессор (1978). Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған фән һәм техника эшмәкәре (1985). 2 се дәрәжә Ватан һуғышы ордены кавалеры (1985). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Илеш районы Буралы ауылынан.

Әминев Әхмәт Ғата улы (1.09.1924—20.09.1999), совет партия, дәүләт һәм юғары мәктәп эшмәкәре, ғалим-иҡтисадсы. 1965—1973 йылдарҙа КПСС-тың Дүртөйлө район комитетының беренсе секретары, 1973—1982 йылдарҙа Башҡорт АССР-ының ауыл хужалығы министры, 1982—1986 йылдарҙа Башҡортостан ауыл хужалығы институты проректоры. Иҡтисад фәндәре кандидаты (1972). РСФСР-ҙың VI саҡырылыш Юғары Советы, БАССР-ҙың VII—X саҡырылыш Юғары Советы депутаты. Социалистик Хеҙмәт Геройы (1966). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Йәрмәкәй районы Тарҡаҙы ауылынан.

Сафиуллин Ғабдулхаҡ Кашаф улы (01.09.1934), табип. СССР-ҙың һаулыҡ һаҡлау отличнигы (1975), Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған табибы (1976). Мәсетле районының почётлы гражданы (2009). Сығышы менән ошо райондың Оло Ҡыҙылбай ауылынан.

Дәүләтшин Мөҙәрис Мөбәрәкйән улы (1.09.1939), ғалим-инженер-механик, юғары мәктәп уҡытыусыһы. Рәсәй Тәбиғи фәндәр академияһының мөхбир ағзаһы, техник фәндәр докторы (2006), профессор (2006). Рәсәй Тәбиғи фәндәр академияһының — Фән һәм мәғарифтең атҡаҙанған эшмәкәре. Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Кушнаренко районы Илек ауылынан.

Ғәлләмов Риф Әмир улы (1.09.1944), хеҙмәт алдынғыһы. 1968 йылдан «Востокнефтепроводстрой» тресының экскаватор машинисы, 1980—1992 йылдарҙа — бригадиры. СССР ҙың Нефть һәм газ сәнәғәте предприятиелары төҙөлөшө министрлығы отличнигы (1987). СССР ҙың Дәүләт премияһы лауреаты (1987). Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1984) һәм «Почёт Билдәһе» (1977) ордендары кавалеры. Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Кушнаренко районы Яңы Ҡормаш ауылынан.

Надеждина Вера Александровна (1.09.1954), ғалим-тарихсы. 1980 йылдан Өфө нефть институты һәм Өфө дәүләт нефть техник университеты уҡытыусыһы, шул иҫәптән 1987—2002 йылдарҙа тарих һәм культурология кафедраһы мөдире. Тарих фәндәре докторы (2005), профессор (2012). Сығышы менән Өфө ҡалаһынан.

Балапанова Сара Хәйрулла ҡыҙы (1.09.1959), хеҙмәт ветераны. 1983—2016 йылдарҙа Баймаҡ район типорафияһы полиграфисы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған матбуғат һәм киң мәғлүмәт хеҙмәткәре (2004).





Автор: Ансар Нуретдинов
Источник: ba.wikipedia.org


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға