RSS-подписка Вконтакте Вконтакте

18.10.2019 18 октябрь

Бөгөнгө юбилярҙарТравницкий Вениамин Николаевич (18.10.1919—18.04.1987), инженер‑нефтсе, хужалыҡ эшмәкәре. СССР‑ҙың почётлы нефтсеһе (1972). 1955—1979 йылдарҙа «Аксаковнефть» нефть һәм газ сығарыу идаралығының баш инженеры һәм начальнигы. Октябрь Революцияһы (1974), Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1966) һәм ике «Почёт Билдәһе» ордены (1959, 1971) кавалеры. Сығышы менән хәҙерге Түбәнге Новгород өлкәһенең Починков районы Ризоватово ауылынан.

Хәкимйән Зарипов
(18.10.1929—4.04.2012), яҙыусы һәм драматург, юрист, 1971 йылдан СССР Яҙыусылар союзы ағзаһы, Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1990), Миәкә районының Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге премияһы лауреаты (1999). Сығышы менән ошо райондың Ҡаран-Ҡуңҡаҫ ауылынан.

Иҫәнғолов Вәхит Абдрахман улы (18.10.1934), ғалим-иҡтисадсы, юғары мәктәп уҡытыусыһы. Иҡтисад фәндәре кандидаты 1975), доцент (1975). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Федоровка районы Иҫке Сытырман ауылынан.

Йосопов Рафас Миңлеғәли улы
(18.10.1939), инженер-механик, хужалыҡ эшмәкәре. 1957—1999 йылдарҙа Мәсетле районы «Әй» совхозының, артабан республика Ауыл хужалығы министрлығының яуаплы хеҙмәткәре. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре (1989). Сығышы менән ошо райондың Оло Аҡа ауылынан.




Автор: Нуретдинов Ансар
Фото: Т. АМАНОВ






Башҡа көндәрҙең юбилярҙары



Бөгөнгө юбилярҙар1 ноябрь юбилярҙары



Бөгөнгө юбилярҙар19 октябрь юбилярҙары



Бөгөнгө юбилярҙар17 октябрь юбилярҙары



Бөгөнгө юбилярҙар16 октябрь юбилярҙары



Бөгөнгө юбилярҙар15 октябрь юбилярҙары



Бөгөнгө юбилярҙар14 октябрь юбилярҙары



Бөгөнгө юбилярҙар13 октябрь юбилярҙары



Бөгөнгө юбилярҙар12 октябрь юбилярҙары



Бөгөнгө юбилярҙар11 октябрь юбилярҙары



Бөгөнгө юбилярҙар10 октябрь юбилярҙары



Бөгөнгө юбилярҙар9 октябрь юбилярҙары



Бөгөнгө юбилярҙар8 октябрь юбилярҙары