RSS-подписка Вконтакте Вконтакте

14.10.2019 14 октябрь

Бөгөнгө юбилярҙарҠужәхмәтов Григорий Ғилмийәр улы (14.10.1939—16.05.2015), ғалим-ботаник. 1973—2012 йылдарҙа Башҡорт дәүләт университеты уҡытыусыһы, шул иҫәптән 2002—2008 йылдарҙа экология кафедраһы мөдире. Биология фәндәре докторы (2000), профессор (2001). Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған халыҡ мәғарифы хеҙмәткәре (2001). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Ҡалтасы районы Көркәк ауылынан.

Әхмәров Рәмзис Рәшит улы (14.10.1949), мәҙәниәт өлкәһе эшмәкәре. 2014 йылға тиклем Заһир Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт институтының Уҡыу театры директоры. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1999).

Ишмөхәмәтов Сафа Вафа улы (14.10.1959), уҡытыусы, юғары мәктәп һәм дәүләт хеҙмәткәре. 2013 йылдан Сибай ҡалаһы ҡала округының территориаль һайлау комиссияһы рәйесе. Рәсәй Федерацияһының һәм Башҡортостан Республикаһының Журналистар союздары ағзаһы. Рәсәйҙең почётлы дөйөм белем биреү (2001) һәм Башҡортостандың атҡаҙанған халыҡ мәғарифы (2005) хеҙмәткәре. Сығышы менән Сибай ҡалаһынан.

Рәйес Түләк (14.10.1959—31.03.2007), шағир, уҡытыусы, журналист. 1992 йылдан Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың Яҙыусылар союздары ағзаһы. Башҡортостан Республикаһының Шәйехзада Бабич исемендәге йәштәр дәүләт премияһы лауреаты (1995). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Баймаҡ районы Буранбай ауылынан.

Хөсәйенова Гөлнур Рауил ҡыҙы
(14.10.1959), ғалим-фольклорсы, юғары мәктәп уҡытыусыһы. 1983 йылдан хәҙерге Рәсәй Фәндәр академияһы Өфө федераль тикшеренеүҙәр үҙәгенең Тарих, тел һәм әҙәбиәт институты хеҙмәткәре, 2002 йылдан — бүлек мөдире. Филология фәндәре докторы (2017). Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (2007). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Учалы районы Ҡунаҡбай ауылынан.




Автор: Нуретдинов Ансар
Фото: Т. АМАНОВ






Башҡа көндәрҙең юбилярҙары



Бөгөнгө юбилярҙар1 ноябрь юбилярҙары



Бөгөнгө юбилярҙар19 октябрь юбилярҙары



Бөгөнгө юбилярҙар18 октябрь юбилярҙары



Бөгөнгө юбилярҙар17 октябрь юбилярҙары



Бөгөнгө юбилярҙар16 октябрь юбилярҙары



Бөгөнгө юбилярҙар15 октябрь юбилярҙары



Бөгөнгө юбилярҙар13 октябрь юбилярҙары



Бөгөнгө юбилярҙар12 октябрь юбилярҙары



Бөгөнгө юбилярҙар11 октябрь юбилярҙары



Бөгөнгө юбилярҙар10 октябрь юбилярҙары



Бөгөнгө юбилярҙар9 октябрь юбилярҙары



Бөгөнгө юбилярҙар8 октябрь юбилярҙары