RSS-подписка Вконтакте Вконтакте

03.10.2019 3 октябрь

Бөгөнгө юбилярҙарДобротворский Пётр Иванович (3.10.1839—17.01.1908), Рәсәй империяһы яҙыусыһы, юрист. 1863 йылдан Бөрө, 1865 йылдан — Бәләбәй өйәҙендә мировой посредник, 1877—1983 йылдарҙа Өфө өйәҙендә мировой судья. Башҡорт ерҙәрен талауға ҡаршы матбуғатта баҫылған мәҡәләләр авторы. Сығышы менән хәҙерге Ульяновск ҡалаһынан, 1861 йылдан ғүмеренең аҙағынаса Башҡортостанда йәшәй.

Бобкова Евгения Владимировна
(3.10.1934—01.2012), ғалим-микробиолог. 1965—1967 йылдарҙа Башҡорт дәүләт медицина институты уҡытыусыһы, 1967—2007 йылдарҙа «Иммунопрепарат» предприятиеһы хеҙмәткәре, шул иҫәптән 1978 йылдан — лаборатория мөдире. Медицина фәндәре докторы (1992), профессор. (1994). Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған фән эшмәкәре (1995). Сығышы менән Өфө ҡалаһынан.

Ғарифуллин Радик Зөфәр улы
(3.10.1959), рәссам, хәҙерге һынлы сәнғәттең концептуаль йүнәлеш вәкиле. 1996 йылдан Рәсәй Федерацияһының Рәссамдар союзы ағзаһы (1996). Сығышы менән Өфө ҡалаһынан.

Емелин Анатолий Анатольевич
(3.10.1964), хоккейсы, тренер. Шайбалы хоккей буйынса Рәсәйҙең халыҡ-ара класлы спорт мастеры (1993). Дуҫлыҡ ордены кавалеры (1996). Сығышы менән Өфө ҡалаһынан.




Автор: Нуретдинов Ансар
Фото: Т. АМАНОВ






Башҡа көндәрҙең юбилярҙары



Бөгөнгө юбилярҙар1 ноябрь юбилярҙары



Бөгөнгө юбилярҙар19 октябрь юбилярҙары



Бөгөнгө юбилярҙар18 октябрь юбилярҙары



Бөгөнгө юбилярҙар17 октябрь юбилярҙары



Бөгөнгө юбилярҙар16 октябрь юбилярҙары



Бөгөнгө юбилярҙар15 октябрь юбилярҙары



Бөгөнгө юбилярҙар14 октябрь юбилярҙары



Бөгөнгө юбилярҙар13 октябрь юбилярҙары



Бөгөнгө юбилярҙар12 октябрь юбилярҙары



Бөгөнгө юбилярҙар11 октябрь юбилярҙары



Бөгөнгө юбилярҙар10 октябрь юбилярҙары



Бөгөнгө юбилярҙар9 октябрь юбилярҙары