RSS-подписка Вконтакте Вконтакте

10.09.2019 10 сентябрь

Бөгөнгө юбилярҙарИманғолов Динислам Ислам улы (10.09.1924—22.09.2014), хеҙмәт алдынғыһы, йәмәғәтсе. 1951—1994 йылдарҙа Стәрлетамаҡ сода-цемент комбинаты слесары. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. Башҡорт АССР-ының IX саҡырылыш Юғары Советы депутаты (1975—1980). Социалистик Хеҙмәт Геройы (1974). Стәрлетамаҡ ҡалаһының почётлы гражданы (1969). Сығышы менән Ишембай районы Урман-Бишҡаҙаҡ ауылынан.

Кәримов Риф Низай улы (10.09.1939—2006), ауыл хужалығы алдынғыһы. 1960–2003 йылдарҙа Кушнаренко районының Куйбышев исемендәге колхоз механизаторы. Ленин һәм Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордендары кавалеры. Зөлҡәрнәев Батыргәрәй Сәлим улы, хәрби хеҙмәткәр, дәүләт эшмәкәре, юғары хәрби мәктәп уҡытыусыһы. 1981—1983 йылдарҙа атом һыу аҫты кәмәһе командиры. 1985—1997 йылдарҙа Хәрби‑диңгеҙ академияһы уҡытыусыһы. 1998—2003 йылдарҙа — Рәсәй Федерацияһы Именлек Советы аппаратында хәрби инспектор. Контр-адмирал (1999). Хәрби фәндәр докторы (1996), профессор (1997). Ҡыҙыл Йондоҙ (1982) һәм Батырлыҡ (2001) ордендары кавалеры. Сығышы менән хәҙерге Күгәрсен районы Хоҙайбирҙин ауылынан.

Килмәмәтов Рәмил Исмәғил улы
(10.09.1949—12.04.2019), фоторәссам, йәмәғәтсе. 1983 йылдан СССР Фоторәссамдар союзы ағзаһы. 1992 йылдан Башҡортостан Республикаһының Фоторәссамдар союзы рәйесе, Рәсәй Фоторәссамдар союзы сәркәтибе, 2004 йылдан — Рәсәй Федерацияһы Фоторәссамдар союзының Башҡортостан бүлексәһе рәйесе. Башҡортостан Республикаһының халыҡ рәссамы (2014). Рәсәй Федерацияһының (2007) һәм Башҡорт АССР-ының (1990) атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре. Башҡортостан Республикаһының Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты (2010). Сығышы менән хәҙерге Благовар районы Үрге Ҡарғалы ауылынан.

Зөлҡәрнәев Батыргәрәй Сәлим улы
(10.09.1949), хәрби хеҙмәткәр, дәүләт эшмәкәре, юғары хәрби мәктәп уҡытыусыһы. 1981—1983 йылдарҙа атом һыу аҫты кәмәһе командиры. 1985—1997 йылдарҙа Хәрби‑диңгеҙ академияһы уҡытыусыһы. 1998—2003 йылдарҙа — Рәсәй Федерацияһы Именлек Советы аппаратында хәрби инспектор. Контр-адмирал (1999). Хәрби фәндәр докторы (1996), профессор (1997). Ҡыҙыл Йондоҙ (1982) һәм Батырлыҡ (2001) ордендары кавалеры. Сығышы менән хәҙерге Күгәрсен районы Хоҙайбирҙин ауылынан.




Автор: Нуретдинов Ансар
Фото: Т. АМАНОВ
Источник: ba.wikipedia.org






Башҡа көндәрҙең юбилярҙары



Бөгөнгө юбилярҙар1 ноябрь юбилярҙары



Бөгөнгө юбилярҙар19 октябрь юбилярҙары



Бөгөнгө юбилярҙар18 октябрь юбилярҙары



Бөгөнгө юбилярҙар17 октябрь юбилярҙары



Бөгөнгө юбилярҙар16 октябрь юбилярҙары



Бөгөнгө юбилярҙар15 октябрь юбилярҙары



Бөгөнгө юбилярҙар14 октябрь юбилярҙары



Бөгөнгө юбилярҙар13 октябрь юбилярҙары



Бөгөнгө юбилярҙар12 октябрь юбилярҙары



Бөгөнгө юбилярҙар11 октябрь юбилярҙары



Бөгөнгө юбилярҙар10 октябрь юбилярҙары



Бөгөнгө юбилярҙар9 октябрь юбилярҙары