RSS-подписка Вконтакте Вконтакте

09.09.2019 9 сентябрь

Бөгөнгө юбилярҙарЕвстигнеев Александр Семёнович (9.09.1894—20.01.1945), Беренсе донъя, Рәсәйҙәге граждандар һәм Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. Уҡсылар полкы яугиры. Советтар Союзы Геройы (1945, үлгәндән һуң). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Стәрлетамаҡ районының Оло Аксаков ауылынан.

Санъярова Миңлегөл Әһелмөхәмәт ҡыҙы (9.09.1929—12.02.2010), төҙөүсе, 1957–1984 йылдарҙа Өфөләге 3-сө төҙөлөш тресы ташсыһы. Социалистик Хеҙмәт Геройы (1975). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Ғафури районының Үзбәк ауылынан.

Рәхмәтуллин Рафаэль Йосоп улы
(9.09.1944), ғалим-философ, 1988—2002 йылдарҙа СССР, артабан Рәсәй Эске эштәр министрлығының Өфө юридик институты уҡытыусыһы. Философия фәндәре докторы (2000), профессор (2002). Сығышы менән хәҙерге Пенза өлкәһенең Сосновоборский районы Индерка (Усман) ауылынан.

Рязанов Леонид Иванович
(9.09.1949—8.05.2011), тимер юлсы. 1970—2004 йылдарҙа Көньяҡ Урал тимер юлының Златоуст локомотив депоһы машинисы. Почётлы тимер юлсы (1985). СССР‑ҙың Дәүләт премияһы лауреаты (1987). Сығышы менән Дыуан районы Староверовка ауылынан (хәҙер бөткән).

Баянов Илдар Рәүис улы (9.09.1959), спортсы. Хәҙерге бишбәйге буйынса СССР‑ҙың халыҡ-ара класлы спорт мастеры (1983) һәм йыйылма командаһы ағзаһы (1983—1985). Башҡортостан Республикаһының күренекле спортсыһы (1993). Шәхси һәм команда зачёттарында Европа кубогын яулаусы (1983). РСФСР чемпионы (1985). Үҫмер спортсылар араһында СССР чемпионы (1982). Сығышы менән Өфө ҡалаһынан.

Садиҡов Рәфис Рауил улы (9.09.1959), спортсы, дәүләт хеҙмәткәре. 1999—2010 йылдарҙа Өфө ҡалаһының Дим районы хакимиәтенең физик культура, спорт һәм туризм буйынса комитеты рәйесе. Грек‑рим көрәше буйынса СССР‑ҙың халыҡ‑ара класлы спорт мастеры (1981). Башҡортостан Республикаһының күренекле спортсыһы (1994) һәм атҡаҙанған физик культура хеҙмәткәре (2003). Сығышы менән Өфө ҡалаһынан.




Автор: Нуретдинов Ансар
Фото: Т. АМАНОВ
Источник: ba.wikipedia.org






Башҡа көндәрҙең юбилярҙары



Бөгөнгө юбилярҙар1 ноябрь юбилярҙары



Бөгөнгө юбилярҙар19 октябрь юбилярҙары



Бөгөнгө юбилярҙар18 октябрь юбилярҙары



Бөгөнгө юбилярҙар17 октябрь юбилярҙары



Бөгөнгө юбилярҙар16 октябрь юбилярҙары



Бөгөнгө юбилярҙар15 октябрь юбилярҙары



Бөгөнгө юбилярҙар14 октябрь юбилярҙары



Бөгөнгө юбилярҙар13 октябрь юбилярҙары



Бөгөнгө юбилярҙар12 октябрь юбилярҙары



Бөгөнгө юбилярҙар11 октябрь юбилярҙары



Бөгөнгө юбилярҙар10 октябрь юбилярҙары



Бөгөнгө юбилярҙар9 октябрь юбилярҙары