«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар архивы » Картуф булмаһа, банан бар



23.11.2010 Картуф булмаһа, банан бар

Картуф булмаһа, банан барБаш ҡаланың Үҙәк баҙарында һатыусылар әйтеүенсә, Яңы йыл байрамына тиклем ситтән килтерелгән емештәр­ҙең хаҡы артмаясаҡ. Ә бына үҙебеҙҙә үҫкән йә­шел­сә­ләр­ҙең хаҡы артыуы көтөлә. Әле картуф 30 һум торһа, ҡышҡы һалҡындар башланыу менән уның 35 һумға ла етеүе ихтимал. Һәр хәлдә, һатыу­сылар тап ошондай фекерҙе еткерә. Ти­мәк, яҡын арала банан менән картуфтың хаҡы тиңләшеүе бар.
Емештәрҙең хаҡы халыҡ Яңы йыл табынын әҙерләгәндә генә бер аҙ артып китәсәк, ә шул көндәргә тиклем әллә ни үҙгәрештәр көтөлмәй.
Түбәндәге таблицала хаҡтар Өфөнөң Үҙәк баҙары миҫалында 22 ноябргә ҡарата бер килограмм аҙыҡҡа бирелгән.
Хаҡтар – һумда

Бал 500 – 600
Макарон изделиелары 22 – 43
Бер шешә үҫемлек майы 65 – 67
Дөгө ярмаһы 38 – 45
ҡарабойҙай ярмаһы 58 – 58,3
Борсаҡ 22 – 23
Тары ярмаһы 35 – 38
Һуған 25 – 30
Картуф 30
Кәбеҫтә 25 – 30
Һарымһаҡ 155
Кишер 37 – 40
Сөгөлдөр 35 – 40
Помидор 100 – 107
ҡыяр 88 – 93
Татлы борос 150 – 160
Һыйыр ите 170 – 250
Һыйыр малының бауыры 150 – 160
Ауыл аҡ майы 250 – 280
Ауыл эремсеге 80 – 160
Заводта эшләнгән аҡ май 155 – 180

Лилиә СИРАЕВА.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға