«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар архивы » һорау-яуап



23.11.2010 һорау-яуап

Күпме түләргә?

Нотариус аша васыятнамә тултыртыу яҡынса 1000 һумға төшәсәк. 100 һум – нотариаль тариф, шуға өҫтәп техник-хоҡуҡи эш өсөн 500 – 800 һум түләргә тура киләсәк.
Мираҫҡа хоҡуҡ тураһында таныҡлыҡ алыу мираҫ ҡалдырыусының яҡын туғандары өсөн торлаҡ хаҡының 0,3 процентына, башҡалар өсөн 0,6 процентына тиң. Торлаҡ хаҡын БТИ билдәләй.
Мираҫҡа хоҡуҡ тураһындағы таныҡлыҡ нигеҙендә милеккә хоҡуҡ алыу өсөн дәүләт пошлинаһы – 1000 һум.

Һалым хаҡында ла белеү мөһим

Күсемһеҙ милекте бүләк иткәндә, бүләк алыусы кеше торлаҡ хаҡының 13 проценты күләмендә һалым түләргә тейеш.
Йортон йәки фатирын бүләк итеүсенең иң яҡын туғандары – тормош иптәше, ата-әсәһе, балалары, олатай-өләсәйҙәре, ейән-ейән­сәрҙәре, апай-һеңлеләре, ағай-ҡустылары һалым түләүҙән азат ителә.
Ниндәй булһа ла мөлкәтте, шул иҫәптән күсемһеҙ милекте мираҫ итеп алғанда һалым түләтелмәй.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға