«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар архивы » Төймә лә бүләк, дөйә лә бүләк тә ул...



07.03.2014 Төймә лә бүләк, дөйә лә бүләк тә ул...

Төймә лә бүләк, дөйә лә бүләк тә ул...йәки Нисек итеп һөйгәндәрҙе ҡыуандырырға, әкиәтте ысынбарлыҡ итергә?
Тәбиғәт ыжғыр ҡыштан һуң яйлап яҙға күсә башланы, февралде март алмаш­тыр­ҙы. Уның менән бергә бар донъяның ир-егеттәрен уйландырған, гүзәл заттарҙы һөйөндөргән яҙғы сафлыҡ һәм матурлыҡ байрамы – 8 Март та етеп килә.

Һөйгәндәргә, кәләштәргә, әсәйҙәргә, һеңле-апайҙарға нимә бүләк итергә? Бергә эшләгән коллегаларҙы ла онотмаҫҡа, уларға ла берәй сюрприз әҙерләргә кәрәк. Ғөмүмән, кемде нисек ҡыуандырырға? Ҡыҫҡаһы, Халыҡ-ара ҡатын-ҡыҙҙар байрамы ир-егеттәр өсөн үҙенә күрә оло мәшәҡәт, тип әйтергә мөмкин. Шулай ҙа беҙ гүзәл заттар өсөн тырышабыҙ, уларҙың тормошон йәмләйбеҙ. Иң мөһиме, ир-аттың иғтибары ҡатын-ҡыҙға һанап бөткөһөҙ ҡыуаныс килтерә, үҙ-ара мөнәсәбәттәргә йәм өҫтәй.
Гүзәл затты ҡыуандырыу өсөн иң мөһиме, бүләк оригиналь булһын, һеҙҙең һөйөүҙе һәм иғтибарҙы күрһәтһен. Күптәр кәнфит һәм сәскә биреп тә хушһына. Ләкин бының менән генә ҡатын-ҡыҙҙың тулыһынса ҡәнәғәт булмауы көн кеүек асыҡ. Айырым бүләккә сәскәләр өҫтәп бирһәгеҙ, тағы ла яҡшыраҡ буласаҡ.
Ҡатын-ҡыҙҙарҙың барыһы ла 8 Мартта берәй мөғжизә көтә. Әгәр ҙә һөйгәнегеҙҙе тыңлап, иғтибар итһәгеҙ, ул ҡапыл ғына нимә теләүе хаҡында мотлаҡ әйтәсәк. “Аҡыллыға ишара ла етә” тигән һымаҡ, бына ошондай мөмкинлекте ҡулдан ысҡындырыу яҙыҡ эш булыр ул. “Ошоно һатып алыр инем”, “Бына ғүмерлек хыялым!” тип берәй әйбер алдында йөҙө яҡтырып китеүе лә быны күрһәтә. Бары тик иғтибарлы булырға кәрәк. Ҡатын-ҡыҙ ул ғүмер буйы сер булып ҡала, ир заты үҙенең ғүмерен шуны асып үткәрә.
Әйҙәгеҙ, бер нисә бүләк идеяһы менән танышып үтәйек. Моғайын, был әйтелгәндәр кемгәлер файҙа килтерер, туғандарын, һөйгәндәрен, әсәйҙәрен ҡыуандырырға ярҙам итер.

Сувенирҙар һәм оригиналь
бүләктәр

Әгәр ҙә һеҙҙең туғанығыҙ йәки кәләш-һөйгәнегеҙ Көнсығыш хушбуйҙарын яратһа, уға еҫ таратыусы лампа йәки хуш еҫле майҙар өсөн кулон бирергә мөмкин. Ғөмүмән, һуңғы йылдарҙа ҡатын-ҡыҙҙар араһында Төркиә тауарҙарына иғтибар артҡанға күрә Көнсығыш стилендәге әйберҙәрҙе бүләккә биреү бик отошло.
Байрамға бижутерия – матур мәрйен-муйынсаҡ, сәс ҡыҫтырғыс һәм башҡа биҙәүестәр алырға мөмкин. Ләкин был вариантты һайлаусылар бүләк алыусының нимә яратҡанын алдан белешһен ине. Бөтөнләй тап килмәгән йәки оҡшамаған әйбер алып, күңел­һеҙ хәлгә тарып ҡуймағыҙ.
Кәләшегеҙгә йәки һөйгән ҡыҙығыҙға сифатлы һәм матур эске кейем дә бирергә мөмкин. Бары тик бер нисек итеп уларҙың үлсәмен белергә кәрәк. Реклама студиялары исем йәки һүрәт төшөрөп футболкалар, алъяпҡыстар һәм башҡа кейем әҙерләй. Ҡәҙерле кешегеҙҙең фотоһы, исеме булған кейем дә шәп бүләк.
8 Март алдынан йомшаҡ уйынсыҡтар ҙа популяр.

Косметика, ювелир әйберҙәр, көнкүреш техникаһы

Ҡатын-ҡыҙ үҙ-үҙенә матурлыҡ тыуҙырырға һәләтле. Шуға ла был осраҡта иң ҡулайлы вариант – уларҙы махсус магазинға алып барырға. Һеҙгә тик түҙемлек тупларға һәм ул үҙенә кәрәкле косметиканы һайлап алғас, уның өсөн түләргә генә кәрәк.
Ювелир әйберҙәрҙе үҙегеҙ һайлағанда ла яңылышыу хәүефе бар. Бит төҙөлөшөнә тап килеү, тәнгә яраймы-юҡмы, модалымы – ошондай меңләгән сәбәпте күҙ алдында тотоғоҙ. Иң отошлоһо – биҙәүесте әйҙә үҙе һайлап алһын. Үҙегеҙгә алырға тура килһә, йондоҙнамә билдәһе менән кулон, муйын, ҡул сылбыры, балдаҡ, һырға һайлау отошло.
Йорт хужабикәләренә көнкүреш техникаһы бүләк итергә була. Былтыр, мәҫәлән, мультиварка бик популяр бүләк ине. Ҡатын-ҡыҙ нимә тураһында хыяллана, шуны алып тотторорға мөмкин.

Кемдеңдер аҡсаһы юҡ, йәки уйлап сығарыусылар өсөн

Тормош булғас, төрлө мәлдәргә тарыйбыҙ. Аҡса етмәгән осраҡтар ҙа була. Ә 8 Мартҡа бүләкте нисек әҙерләргә һуң?
Был осраҡта бер нисә вариант тәҡдим итергә була. Мәҫәлән, йорт эсендәге эштәр­ҙе үҙ иңеңә алыу.
Ир-егет ашарға бешерһә, фәрештә ҡанатын тыға, тиҙәр. Интернетта меңләгән аш-һыу өлгөһө, рецебы бар. Ниңә ошо мөмкинлекте файҙаланып, кулинария шедеврҙары әҙерләмәҫкә?
Көндө ошолай үткәрһәгеҙ, кисте лә иҫ киткес итергә мөмкин. Шәм яҡтыһында табын, һөйләшеүҙәр һәм аҙаҡтан онотолмаҫлыҡ төн, мөхәббәт бүләк итеү... Бына ошондай ролдә ир-егет, бик шәп артист булараҡ, үҙенең берҙән-бер тамашасыһы – һөйгәне йәки кәләше алдында уңышлы сығыш яһай ала.

Сәскәләр, йорт хайуандары, спорт яратыусыларға

Тиҙ генә һулыған сәскә гөлләмәләренә ҡарағанда бүлмә гөлдәре бик шәп бүләк. Ғәҙәттә, байрам алдынан уларҙы сәскә атҡан килеш һаталар. Ҡарамаҡҡа ябай булып күренгән бындай бүләк оригиналь һәм ул оҙаҡ ваҡыт һеҙҙең турала иҫләтәсәк.
Спортты үҙ итеүсе гүзәл затҡа велотренажер, йүгереү юлы, аҙымдарҙы, калорияны, йөрәк тибешен һанаусы электрон әйбер бирергә ярай. Бер ҡасан да үлсәү бүләк итмәгеҙ. Артыҡ ауырлыҡ ҡатын-ҡыҙҙар өсөн оло проблема, шуға ла бындай әйбер сәйер тойолор. Фитнес клубына йәки бассейнға абонемент та шәп сюрприз.
Йорт хайуандарын бирергә теләүселәр алдан һөйләшһен ине. Аллергия булыу ихтималлығын, аҫрарға урын, тәрбиәләргә ваҡыт кәрәклеген онотмағыҙ. Балыҡ яратыусы ҡыҙҙарға аквариум алырға һәм уға алтын балыҡ һалып бүләк итергә мөмкин.
8 Мартҡа ҡәҙерле кешегеҙгә яратҡан төркөмөнөң концертына йәки спектаклгә билет алып бирһәгеҙ ҙә, яңылышмаҫһығыҙ. Был вариантҡа айырыуса әсәйҙәр һөйөнөр.
Йомғаҡлап әйткәндә, иң мөһиме – үҙегеҙҙең ниәтегеҙгә тәүәккәлләп тотоноғоҙ. Һеҙҙең бүләк ҡатын-ҡыҙҙың йөрәгендә урын аласаҡ һәм ул мотлаҡ мөхәббәт булып кире ҡайтасаҡ. Һөйгәндәрегеҙҙе ҡыуандырып, әкиәтте ысынбарлыҡ итегеҙ. Тәүәккәлләгеҙ һәм үҙегеҙгә ышанығыҙ!

Айбулат ИШНАЗАРОВ.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға