«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар архивы » Паспорттың... кәрәге ҡалмаясаҡ?!



20.11.2010 Паспорттың... кәрәге ҡалмаясаҡ?!

Аһ, был реформалар! Инде хәҙер тағы паспорт тирәләй әйләнгеләп «йөрөйҙәр». Һуң, нисә йыл элек кенә төп документыбыҙҙан милләт графаһын алып ташлап, кемебеҙ ҡыуанып, кемебеҙ көрһөнөп, күнеп йәшәй башлағайныҡ, хәҙер «юғарылағы»лар паспорттың үҙен тарихта ҡалдырмаҡсы итә, буғай. Һәр хәлдә, тел төптәренән шул аңлашыла. Хөкүмәттә тап ошоға бәйле ҡаты бәхәстәр ҡупҡан.
Эш шунда: 2011 йылдың 1 ғинуарынан илдә ярты йылдан өс йылғаса ваҡытлыса теркәүҙе почта йә интернет аша бойомға ашырырға мөмкин буласаҡ. Уве­домлениенан һуң кәрәкле документтарҙы күрһәткәс (шәхесте раҫлаусы һәм торлаҡҡа инеү мөмкинлеген биреүсе), теркәүсе өс тәүлек эсендә (бәлиғ булмағандарға бер тәүлектә) штамп ҡуйырға тейеш. Бында торлаҡ хужаһы булыуы мөһим түгел, Федераль миграция хеҙмәте уға фатирҙа яңы кеше теркәлгәнен белдереп, хәбәрнамә (уведомление) ғына ебәрә. Теркәү ҡағиҙәләрен үҙгәртеү мобиллекте күтәрәсәк. ҡыҫҡаһы, ҡапыл ғына аңларлыҡ хәл түгел. Шулай ҙа был турала халыҡтың нимә уйлауын белге килә. Ғөмүмән, бындай реформалар, һеҙҙеңсә, кәрәкме ул? Бәлки, ҡағиҙәләрҙе нисек бар, шулай ҡалдырырғалыр? Етмәһә, һүҙ паспорттарҙың кәрәге ҡалмауы хаҡында ла бара.

Константин ПОЛТОРАНИН, Федераль миграция хеҙмәтенең матбуғат етәксеһе:

– Беҙ теркәү мәсьәләләрен асыҡ, ил буйынса берҙәм итергә бурыслыбыҙ. Бер ниндәй бюрократия ҡалырға тейеш түгел. Киләсәктә паспорттың кәрәге ҡалырмы икән? Уны, бәлки, пластик карта алмаштырыр, эш шуға бара ла. Уйлай китһәң, паспортҡа байтаҡ штамп ҡуйыла. Мәҫәлән, ғаилә хәле тураһында. Ә ул нимәгә кәрәк, былай ҙа ЗАГС-тан никах таныҡлығы бирелә лә баһа!
Әлеге реформа теркәү институтын ябайлаштырасаҡ. Закон буйынса Рәсәй гражданы бер төбәктән икенсеһенә барғас, социаль һәм медицина проблемаларынан йонсомаҫҡа тейеш. Хәҙер бит кешенең теркәлгән урыны башҡа ерҙә булһа, күп ойошмаларҙа хеҙмәт күрһәтеүҙән баш тарталар. Шундайыраҡ ҡатмарлылыҡтарҙың бөтөрөлөүе күҙ уңында тотола.

Марат СӘЛИМОВ, уҡытыусы:

– Үҙгәртеп ҡороуҙарҙы беҙ йыш ҡына «аяҡ терәп» ҡаршы алабыҙ. Күнегелгән ҡағиҙәләрҙе уңайлы тип уйлайбыҙ. Шулай ҙа паспорт реформаһы менән килешәм. Сөнки берҙәм система булдырылһа, прописка мәсьәләһе еңелләшәсәктер ул. Оҙайлы сиратта тороу, әллә нисәмә көн, хатта аҙналап теркәүҙе көтөү артта ҡаласаҡ бит. Бөгөн, ил биләмәһендә эш эҙләп төбәктән-төбәккә күсеп йөрөүселәр ҙә артҡанда, ошо үҙгәрештәр файҙаға ғына, тип уйлайым.

Айрат ИЛЬЯСОВ, эксперт:

– Яңы система һаулыҡ һаҡлау өлкәһендә бер аҙ техник мәсьәләләр тыуҙырасаҡ. Шулай уҡ тәртип һаҡсылары өсөн дә ыңғай күренеш түгел кеүек. Эске эштәр органдарында енәйәттәрҙе асыҡлау, шик аҫтында булғандарҙы эҙләүҙә тап прописка ярҙам итә ине. Хәҙер нисегерәк булыр, әлегә күҙ алдына килтереп булмай. Паспорттың бәҫе төшкәндән-төшә барыуы унан милләт тураһындағы графаны алып ташлағанда уҡ һиҙелеп ҡалғайны. Әйҙә, берәй махсус чип кеүек нәмә таратып бирһендәр ҙә, шуның буйынса шәхесте билдәләрҙәр.

Ғәлим ДАУЫТОВ, эшсе:

– Дөрөҫөн әйткәндә, СССР заманындағы паспортымды яңыраҡ ҡына алмаштырып алдым. Ә бындай реформалар миңә, ябай «ҡара эшсе»гә, килеп еткәнсе, әллә был донъяла йәшәйем, әллә юҡ. Хөкүмәт, бәлки, дөрөҫ тә эшләйҙер. Миңә ҡалһа, кешегә тамаҡ туйҙырып йәшәү өсөн бер ниндәй ҙә документ, уның ҡайҙалыр теркәлеүе кәрәкмәй. Бөтөнләй пропискаһыҙ йәшәгән таныштарым да етерлек.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға