«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар архивы » Заман йылъяҙмаһын яҙыусылар билдәләнде



17.01.2014 Заман йылъяҙмаһын яҙыусылар билдәләнде

Белеүегеҙсә, 13 ғинуарҙа Рәсәй матбуғаты көнө билдәләнде. Был көндә Башҡор­тостандың ошо тармаҡтағы лайыҡлы хеҙмәткәрҙәре, заман менән бергә атлаған редакция коллективтары тәбрикләнде.
Рәсәй матбуғаты көнө Бөйөк Петрҙың указы буйынса ойошторолған илдәге беренсе баҫма «Ведомости» гәзитен сығарыу иҫтәлегенә арналған. Уның берен­се һаны 1703 йылдың 1 ғинуарында (иҫке стиль буйынса 13 ғинуарҙа) донъя күрә. Петр Беренсе гәзитте реформаларҙы үткәреүгә бу­лышлыҡ итеүсе мөһим сара һәм Рәсәй империяһының ҡеүәтен раҫлаусы итеп күрә.
Башҡортостан журналистарын һөнәри байрамы менән Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары буйынса агентлыҡ етәксеһе Борис Мелкоедов ҡотланы, йыл дауамында уҙғарыл­ған байтаҡ конкурс еңеүселәре дипломдар һәм бүләктәр алды. Еңеүселәр рәтендә, «Башин­форм» агентлығы, «Башҡор­тостан» гәзите, «Башҡортостан» телерадиокомпанияһы, район баҫмалары менән бергә, «Йәшлек» гәзите лә бар ине. Беҙҙең баҫма Баш­ҡортостан Республикаһының дәүләт телдәрен өлгөлө ҡулланыу конкурсында юғары баһаланды.
Киң мәғлүмәт сараларының сайттары ла бөгөн ҙур әһәмиәткә эйә, улар буйынса ла еңеүселәр билдәләнде. Бынан тыш, сифат мәсьәләләрен, финанс һәм һалым белемен арттырыуға йүнәлтелгән темаларҙы, хәйриә эшмәкәрлеген иң яҡшы яҡтыртыу буйынса ижади ярыш та үткәйне.
Ғөмүмән, йыл буйына журналистар матбуғат дуҫтарын яңылыҡтар, замандаштарҙың йәшәйеше, лайыҡлы хеҙмәт эйәләре, проблемалы мәсьәләләр менән генә таныштырмай, ә күп һанлы конкурстарҙа ла әүҙем ҡатнаша.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға