«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар архивы » Ҡыш Бабайҙан нимә һорарға?



13.12.2013 Ҡыш Бабайҙан нимә һорарға?

Ҡыш Бабайҙан нимә һорарға?Иң йомарт һәм бай бабай –
Һин булаһың, Ҡыш бабай!
Һиндәлер иң ҙур тоҡсай,
Бүләктәр өләш, дауай!
Баш ҡалабыҙ Өфөнөң
Шыршы байрамын күреү,
Президентыбыҙ менән
Ҡул бирешеп күрешеү –
Иң ҙур теләгем минең.
Бәлки, ҙур үҫеп еткәс,
Түрә булырмын үҙем.


Сәриә Юлдыбаева,
Р. Солтангәрәев исемендәге гимназияның 4-се класс уҡыусыһы.
Көйөргәҙе районы,
Яңы Таймаҫ ауылы.

* * *
Теләйем мин Яңы йылға
Ер йөҙөндәге барлыҡ шатлыҡтарҙы,
Һаулыҡ йөҙ йылға алға,
Һеҙгә һәм балаларға.
Ә ҡайғы-хәсрәттәр, ҡараңғы төндәр
Ҡалһын иҫке йыл менән,
Аҡ булһын, йомшаҡ булһын
Етеп килгән Яңы йыл,
Тәмле-татлы кәнфиттәй,
Шифалы ҡымыҙ кеүек,
Шыршылағы уйынсыҡтай,
Ялтырап көлөп-көлөп!
Яңы йыл менән!

Гүзәлиә Сәйфуллина.

* * *
– Ҡабул булһын бар теләктәр, бәхет инһен һәр өйгә, мең-мең ҡыңғырауҙар тағып, шатлыҡ бөркөп, нурҙай балҡып, ергә Яңы йыл килә. Миңә әле илле өс йәш, шулай булһа ла, Яңы йылда ниндәйҙер мөғжизә көтәм. Шыршы төбөнә Ҡыш бабай бүләк һалыр кеүек. Үтенесем минең шундай – Яңы йыл ҡаршылар алдынан мунса инергә яратабыҙ, дүртебеҙгә лә мунсанан сығыуға бер иш кенә йомшаҡ халаттар эленеп торһон ине.

Әлфиә Билалова.
* * *
– Эй, Ҡыш бабай, беҙ биш малай, биш таған, бер туған. Биш кешегә бер теләк – беҙгә компьютер кәрәк.
Бикбовтар ғаиләһе.
Ейәнсура районы,
Сәғит ауылы.
* * *
– Беҙҙең ике ҡыҙыбыҙ бар. Ҡыш бабай өсөнсөгә малай бәпес бирмәҫме икән?!
(Дежур телефондан).

Дуҫтар, Яңы йыл – мөғжизәләргә бай байрам. Һеҙҙең дә Ҡыш бабайға үтенестәрегеҙ барҙыр. Яңы йылға ниндәй бүләк алырға, ниндәй хыялығыҙҙың тормошҡа ашыуын теләр инегеҙ – беҙгә «Бәйләнештә» селтә­рен­дәге төркөмгә (http://vk.com/club62411710) йәиһә дежур телефонға (8-965-9232000) смс-хәбәр яҙып ебәрегеҙ. Иң ҡыҙыҡлы үтенестәр гәзитебеҙ битендә донъя күрәсәк. Һәм кем белә, бәлки, тап һеҙҙең хыялығыҙ баҫмабыҙ ярҙамы менән тормошҡа ашыр.
Бергә булайыҡ! «Йәшлек»кә яҙылығыҙ, башҡаларҙы ла яҙҙырығыҙ. Уңыштар барыбыҙға ла!







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға