«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар архивы » Изге күңелле сабый хаҡында



08.11.2013 Изге күңелле сабый хаҡында

Паркта эскәмйәлә ултырған ханым һыҡтап илай. Тап шул ваҡытта бәләкәй генә малай өс тәгәрмәсле ве­ло­сипедында аллея буйлап китеп бара. Ул ҡатынды күреп бик йәлләй һәм:
– Ниңә илайһың? – тип һорай.
– Эй, бәләкәс, – ти ҡатын, – һин бер нәмә лә аңлай алмаясаҡһың.
Малайға бынан һуң ҡатын тағы ла нығыраҡ илай башлаған һымаҡ тойола. Шул саҡ ул:
– Һинең берәй ерең ауыртамы, шуның өсөн илайһыңмы? Теләйһеңме, һиңә үҙемдең иң яратҡан уйынсығымды бүләк итәм, – ти.
Баланың бындай наҙлы һәм изге һүҙҙәренән һуң ҡатын, ысынлап та, тағы ла нығыраҡ илай башлай, үҙе:
– Эй, сабый, минең бер кемгә лә кәрәгем юҡ, мине берәү ҙә яратмай, – ти.
Малай ҡатынға оҙаҡ ҡына уйланып ҡарап тора ла, етди төҫ менән:
– Ә һин, ысынлап та, бөтәһенән дә һораныңмы һуң? – ти.

Рәмилә ТАЙСЫНОВА тәржемәһе.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға