«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар архивы » Хәрби хеҙмәткә әҙерһеңме?



04.10.2013 Хәрби хеҙмәткә әҙерһеңме?

1 октябрҙән илебеҙҙең Ҡораллы Көстәренә көҙгө саҡырыу башланды
Хәрби хеҙмәткә әҙерһеңме?
Ил буйынса егеттәрҙе Ҡораллы Көстәргә саҡырыу башланды. Башҡортостандан 6500 кеше әрме сафына баҫасаҡ. Уларҙың 2 меңе – юғары белемле егеттәр, 1015-е – ДОСААФ тәрбиәләнеүселәре. Егеттәр дүрт хәрби округта хеҙмәт итәсәк. Әлегә барлыҡ вуздар ҙа быйыл ҡабул ителгән студенттары тураһында мәғлүмәттәрҙе хәрби комиссариаттар­ға ебәрмәгән. Шуға ла яңы ғына уҡырға ингәндәргә әрмегә саҡырып повестка ебәреүҙәре лә ихтимал.
Хәрби хеҙмәттән баш тартыу­сылар хәрби билетһыҙ ҡаласаҡ, йә уларға әрменән кисектереү алыу өсөн объектив сәбәп булмауын дәлилләгән справка ғына биреләсәк. Бындай яңы үҙгәрештәр 2014 йылдың 1 ғинуарынан индереләсәк. Киләсәктә хәрби бурысын үтәмәгәндәргә муниципаль һәм дәүләт хеҙмәтендә эшкә алғанда сикләү индерелеүе лә ихтимал.
Республикабыҙҙың хәрби комиссары Анатолий Балтинский әйтеүенсә, хәрби частарҙа һалдаттар өсөн хәҙер уңайлы шарттар булдырылған. Казармаларҙа душ кабиналары, кер йыуыу машиналары ҡуйылған, туҡланыу ҙа яҡшырған. Хәҙер хәрби хеҙмәттән кисектереү биреү тәртибе лә үҙгәргән. Ул вуздың аттестацияланған булыу-булмауына бәйле түгел. Уны дини уҡыу йорто студенттары менән вуздың әҙерлек бүлегендә уҡығандар ҙа алыу мөмкинлегенә эйә.
Анатолий Балтинский билдәләүенсә, хәрби хеҙмәткә контракт нигеҙендә барыусыларҙы күберәк алыу быйыл көҙгө саҡырыу­ҙың үҙенсәлеге булып тора. Рәсәй армияһы сафтарын Башҡортостандан 1000 контракт­сы тулыландырасаҡ. Хәрби ко­мис­сарҙың һүҙҙәренсә, 700-ләп егет йыйылған да инде. Көҙгө саҡырыуҙа тағы ла 300 контракт­сы талап ителә.
Республикала үҙ ирке менән хеҙмәт итергә теләүселәр аҙ түгел. Был армияның абруйы үҫеүенә һәм призывниктарҙың матди яҡтан ҡыҙыҡһыныуына бәйле. Контрактсыларҙың аҡсалата тәьминәте 20 – 30 мең һумға тиклем артты. Егеттәргә торлаҡ алыу мөмкинлеге тыуа, был шулай уҡ мөһим роль уйнай. Контрактсыларҙан айырыуса фельдшерҙар, табип­тар, взвод командирҙары талап ителә. Рәсәйҙән ситтә булған частарға ла үҙ ирке менән хәрби хеҙмәткә барыусылар талап ителә.
Буласаҡ хәрбиҙең, сәләмәтлек күрһәткестәренән тыш, белем кимәле лә баһалана.
Бөгөн армияла медицина белгестәренә ихтыяж ҙур. Фельд­шер-табиптар, взвод командир­ҙары етешмәй.
Илдең именлеге – ышаныслы, көслө Ҡораллы Көстәрҙә. Хәрби бурыс төшөнсәһенә һәр ир-егет яуаплы ҡарарға тейеш.

З. ХӘСӘНОВА.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға