«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар архивы » Был аҙнала беҙҙе...



23.10.2010 Был аҙнала беҙҙе...

...өмөтләндерҙе
«Беҙ сит ил тауарҙары ҡоло булып барабыҙ», – тип белдерҙе Рәсәй Президенты Дмитрий Медведев Козельск ҡалаһында пенсионерҙар­ҙы льготалы дарыуҙар менән тәьмин итеүгә арналған кәңәшмәлә. Ил башлығы пенсионер­ҙар өсөн билдәләнгән хаҡ буйынса төбәк, муниципаль сығымдар иҫәбенә һатып алынасаҡ айырым дарыуҙар исемлеген булдырырға тәҡдим итте. Бынан тыш, льготалы рецептарҙы ҡулланыу ваҡытын оҙайтыу мөмкинлеген, өлкәндәргә дарыуҙы өйгә килтереп биреү шарттарын ҡараясаҡтары хаҡында ла әйтеп үтте. Тиҙ арала сит ил дарыуҙарының сифатлы һәм арзан аналогтарын үҙебеҙҙә етештереү мәсьәләһен хәл итеү мөһим. Сөнки 90-сы йылдарҙа Рәсәй фармацевтикаһы түбән тәгәрәп, хәҙер, башлыса, импорт дарыуҙарға урын бирелгән. Был иһә, Медведев белдереүенсә, хәүефле хәл. Ил башлығы ололарҙы медицина препараттары менән тәьмин итеү мәсьәләһенә етди тотонмаҡсы.

...ғәжәпләндерҙе
Германияла берәү үҙ-үҙен үлтереү өсөн... самолеттан ҡолаған. Был ниәтен тормошҡа ашырыу өсөн 26 йәшлек егет экскурсия самолетын яллаған. Авиамашина һауаға күтәрелеү менән ул, бысаҡ алып, осоусыға ташланған. Йәнәһе, пилот «сафтан сыға» ла, самолет ҡолай. Әммә летчик яуыз ниәтле экскурсантҡа ҡаршы тора ала. Тегеһе иһә бер аҙ уйлап тора ла, самолеттан һикерә. Улар 500 метр бейеклектә осҡан була. Пилот, яралы булыу­ға ҡарамаҫтан, самолетты ергә ултырта, ә үҙен-үҙе үлтереүсене шул тирәләге ат һарайы ҡыйығында табалар. Егет шундуҡ үлгән. Тикше­реү барышында уның ҡалдырған хатына юлығалар. Баҡһаң, полиция менән проблемаһы булған, имеш.

...Көлдөрҙө
«Гиннестың рекордтар китабы» тағы ла бер ҡыҙыҡлы рекорд менән тулыландырылды. АҡШ-тың Невада штатында донъялағы иң оҙон бесәй йәшәй, имеш. Мейн-кун тоҡомло бесәй­ҙең кәүҙәһенең оҙонлоғо (танау осонан ҡоймос һөйәгенә саҡлы) – 123,2 см. Уның хужалары тәүҙәрәк быға артыҡ иғтибар итмәһә лә, барыһы ла: «Ай-һай, бесәйегеҙ бик оҙон!» – тип һоҡлана башлағас ҡына, хайуанды ентекләп үлсәп, рекордтар китабына мөрәжәғәт итәләр. Стьюи ҡушаматлы был йорт хайуаны үҙ баһаһын яҡшы белә, иркә һәм барыһына ла оҡшай белә икән. Әйткәндәй, быға тиклем бесәйҙәрҙән оҙон кәүҙә рекорды (121,9 см) «хужаһы» ла ошо уҡ тоҡомдан булған. Ни сыҡһа, шул океан аръяғынан сыға.

...ҡурҡытты
Мәскәүҙә ОРВИ һәм киҙеү менән сирләү осраҡтары күбәйгән. «Роспотребнадзор» был миҙгелдә барлығы 64 мең 82 кешенең ауырыуын хәбәр итә. Һуңғы аҙнала ғына меңдән ашыу кешене дауаханаға һалғандар. Сир­леләрҙең күбеһе – ике йәшкә тиклемге сабыйҙар. Ғөмүмән, балалар, үҫмерҙәр миҙгел ауырыуҙарына тиҙ бирешә. Ошо арала Әстерхан өлкәһендә, Хабаровск крайында, Ненец Автономиялы Округында ҡапыл ауырып китеүселәр байтаҡ теркәлгән. Аллам һаҡлаһын, эпидемия иртә ҡотора түгелме? Һаҡ булырға кәрәк!







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға