«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар архивы » “Кәкре камера – 2”лә шәп әкиәт һөйләйҙәр



16.04.2013 “Кәкре камера – 2”лә шәп әкиәт һөйләйҙәр

Февраль аҙағында иғлан ителгәйне башҡорт телендәге көлдөргөс видеояҙмалар конкурсы. Шәп кенә маҡсаттар ҙа ҡуйылды унда – башҡорт юмо­рын үҫтереү, башҡорт юморын донъяға күрһәтеү һәм, әлбиттә, кәйефте күтәреү.
Ойоштороусылар алдан вәғә­ҙәләүенсә, “Бәйлә­неш­тә” селтәрендә барған “Кәкре камера – 2” видеоконкурсы 1 апрелдә тамамланды. Был юлы унда 31 яҙма ҡатнашты. Кемдәр социаль селтәрҙә әүҙем “ултыра”, улар видеояҙмалар менән мотлаҡ таныштыр.
Айырыуса “Әкиәтсе” яҙма­һындағы бәләкәй малай бары­быҙҙы ла үҙенең килештереп әкиәт һөйләүе менән әсир итте лә ҡуйҙы. Һәм, һөҙөмтәләр ҙә тап ошо видеояҙма файҙаһына ‒ әкиәт һөйләтеүсе Азалия Сәғитова беренсе урын яуланы. Учалы ҡыҙы үҙе Мәскәүҙә йәшәй һәм юғары уҡыу йортонда белем ала икән. Конкурс шарттары буйынса “Йәш­лек”тә еңеүсе хаҡында мәҡәлә баҫылырға тейеш. Әлбит­тә, беҙ был эште ҙур теләк менән башҡарып сығасаҡбыҙ.
Икенсе урында – Рәми Ғарипов исемендәге республика башҡорт гимназия-интернатының “VIP-йәштәр” КВН командаһы әҙерләгән көлкөлө күренеш. Төп ролдәге Нәзиф Сисәнбаев атлы егеттең тәпешкәһен бөтә Өфө буйлап эҙләүе ҡалабыҙға яҡшы реклама ла булғандыр. Афарин! Өсөнсө урында – Бөрйән районының “Ҡыпсаҡ-тв”һы төшөргән “Күңелле йәшәйбеҙ – 4” тигән яҙма. Улар конкурс барышында байтаҡ яҙыу ебәргән.
“Интернет һөйөүе” номинацияһында иң күп “йөрәк” йыйып еңеүселәр – “Шәп бейеүсе”, “Биҙәнеү серҙәре”, ”Әкиәтсе”.
Әйткәндәй, “Кәкре камера – 3”-кә әҙерләнә тороғоҙ, ул июндә башланасаҡ.

Айсын АҠБУЛАТОВА.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға