«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар архивы » Өмәгә сығайыҡ



09.04.2013 Өмәгә сығайыҡ

Яҙҙың мотлаҡ бер сараһы – экологик өмәләр быйыл 13 апрелдә башланып 18 майғаса дауам итәсәк. Бынан тыш, апрелдең 20 – 26-һында “Парктар маршы – 2013” республика экология акцияһы ла уҙа. Исеменән аңлашылыуынса, унда дәүләт тәбиғәт ҡурсаулыҡтары, “Башҡортостан” милли паркы, башҡа тәбиғәт парктары, заказниктар, экологик ойошмалар ҡатнаша.
Тәбиғәтте сүп-сарҙан таҙартыу акцияһы тәү сиратта, әлбиттә, кешелә тәбиғәткә һаҡсыл ҡараш булдырыуҙы күҙ уңында тота. Үҫеп килгән быуындың тыуған яҡ тәбиғәтенә иғтибарын йәлеп итеү ҙә ошо иҫәптә.
“Парктар маршы”нда мәктәп­тәр­ҙә экологик дәрестәр үтәсәк, ағас һәм ҡыуаҡлыҡтар ултыртыласаҡ.
Былтыр яҙғы өмәләрҙә, ғөмүмән, экологик сараларҙа республиканың 2,5 миллион кешеһе ҡатнашҡан. Сүплектәргә 249 мең тонна ҡаты көнкүреш ҡалдығы сығарылған, 405 мең төптән ашыу ағас ултыртылған.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға