«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар архивы » Буласаҡ пенсияғыҙ тураһында бөгөн уйлағыҙ



13.11.2012 Буласаҡ пенсияғыҙ тураһында бөгөн уйлағыҙ

Пенсияны дәүләт ҡатнашлығында финанслау программаһы 2013 йылдың 1 октябренән эшләүҙән туҡтаясаҡ. Был хаҡта ил хөкүмәте вице-премьеры Ольга Голодец хәбәр итте.
Программа 2009 йылда булдырылғайны, уға 9 миллиондан ашыу кеше ҡушылып та өлгөрҙө. Был маҡсатта һуңғы өс йыл эсендә дәүләт ҡаҙнаһынан яҡынса 10 млрд һум аҡса бүленгән.
Пенсияны дәүләт ҡатнашлығында финанслау программаһында ҡатнашыусы граждан үҙ ирке менән өҫтәмә иғәнә индерә (эш биреүсенән тыш), ул йылына 2 мең һумдан кәм булмаҫҡа, 12 меңдән артмаҫҡа тейеш. Ошо сумманы дәүләт ун йыл дауамында икеләтә арттыра. Программаны бойомға ашырыу барышында йыйылған пенсия тупланмаһын ҡартлыҡ буйынса пенсия итеп тә, ашығыс түләү сифатында ла алырға мөмкин. Уның ваҡытын клиент үҙе билдәләй, әммә ул ун йылдан кәм булмаҫҡа тейеш. Был программанан сығырға һәм йәнә ҡушылырға, иғәнә күләмен арттырырға йә кәметергә мөмкин. Унда 14 йәштән өлкән, мотлаҡ пенсия страховкаһы өлкәһендә теркәлгән һәр кем ҡатнаша ала.
Программа дүрт йыл эшләү дәүерендә уның ҡатнашыусылары 12 млрд һумлыҡ иғәнә индергән. “12 миллиард һумды 9 миллион 400 кешегә бүлһәң, уртаса иғәнә яҡынса 1,28 мең һум килеп сыға”, – тип хәбәр итә Ольга Голодец.
Рәсәй Пенсия фонды халыҡты ошо программаға ҡушылырға һәм тәүге иғәнәне 2013 йылдың 1 октябренә тиклем индерергә саҡыра. Ә һуңынан ул эшләүҙән туҡтаясаҡ, уға ҡушылып өлгөргәндәр аҡсаһын ҡағиҙәгә ярашлы аласаҡ.
Башҡортостанда 254 560 кеше пенсияны дәүләт ҡатнашлығында финанслау программаһына ҡушылған. Уға инергә теләүселәргә йәшәү урыны буйынса Рәсәй Пенсия фондының территориаль органына ғариза яҙырға кәрәк.

Г. ЯХИНА.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға