«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар архивы » Фәндә үҙ юлы бар



02.10.2010 Фәндә үҙ юлы бар

Фәндә үҙ юлы барҒалим Илшат Рәшит улы Насировтың исеме Башҡортостанда ғына түгел, Рәсәйҙә лә киң билдәле. Ғүмер буйы төрлө тарафтарҙа ғилем алған башҡорт егетенең яҙмышы үҙенсәлекле.
Ул 1960 йылдың 30 сентябрендә Хәйбулла районының Әбеш ауылында тыуған. Аҡъяр урта мәктәбен тамамлағандан һуң, яҙмыш юлдары егетте ғилем үрҙәренә әйҙәп алып китә. 1985 йылда Свердловскиҙа М. Горький исемендәге Урал дәүләт университетының философия факультетын тамамлай. Һуңынан философия фәне буйынса «Гносеологические традиции в западной классической и арабо-мусульманской философии» темаһына кандидатлыҡ диссертацияһын яҡлай.
Аллаһы Тәғәлә яратҡан ҡолона дин ғилеме өйрәтер, тиҙәр халыҡта. Бала сағынан ғәрәп телен өйрәнгеһе килгән Илшат ағай Октябрьский ҡалаһындағы мәҙрәсәгә уҡырға инә. Икенсенән: «Ғилем алғың килһә, ҡытайға барып булһа ла белем ал!» – тигән боронғолар. Әҙәм балаһы тыуғандан алып баҡый донъяға күскәнсе белем алырға тейеш, тип ҡуша динебеҙ. Шуға ла Илшат Рәшит улы Башҡортостандан сит илгә барып уҡыусы тәүге студенттарҙың береһе була ла инде. Африкалағы Судан иленең Хартум ҡалаһында 1993 – 1995 йылдарҙа Халыҡ-ара ғәрәп теле һәм Ислам мәҙәниәте университетын тамамлай. Унда доктор Аттиджани Исмәғил әл-Джузули етәкселегендә суфыйсылыҡты ла өйрәнә.
1995 – 1997 йылдарҙа Сәғүд Ғәрәбстанының Эр-Рияд ҡалаһында ғәрәп теле һәм Ислам мәҙәниәте университетын тамамлап, ғәрәп, инглиз телдәрен, Ислам дине ғилемен юғары кимәлдә үҙләштереп ҡайта. Ғәрәбстанда уҡығанда ул өс тапҡыр хажға барыуға ла өлгәшә.
1996 йылда Өфөгә ҡайтып, БДУ-ла дүрт йыл ғәрәп теле уҡытыусыһы булып эшләй. Ошо арала бер нисә китап та сығарып өлгөрә. «Вопросы гносеологии в западной классической и арабо-мусульманской философии» (2000) исемле фәлсәфәүи монографияһын яҙа. Шулай уҡ Илшат Рәшит улы ғәрәп теленән руссаға китаптар тәржемә итеү менән дә шөғөлләнә. Ул Шәйех ибн Ата Аллаһ әл-Искәндәриҙең «Книга му­дростей» («Китаб әл-хикам», 2000 й.) китабын, Шәйех Мөхәммәд Әмин әл-Курди әл-Эрбилиның Нәҡшбәндиә тәриҡәте хаҡындағы «Книга вечных даров» (2001), Әбү Хәмид әл-Ғазалиҙың «Возрождение наук о вере» («Ихйа улум ад-дин», 2004 й.) хеҙмәттәрен дә тәржемә итеп донъяға сығара.
Илшат Насиров тәүгеләрҙән булып Зәйнулла Рәсүловтың исемен күтәреп сыға. Калифорния ғалимы Хәмид Алгарҙың бөйөк ишан хаҡындағы мәҡәләһен инглиз теленән руссаға тәржемә итеп, «Ватандаш» журналында баҫтыра. Зәйнулла ишандың һайланма әҫәрҙәрен дә тәржемә итеп, яңынан халҡына ҡайтарҙы. Шулай уҡ Илшат Рәшит улы халҡыбыҙҙың олуғ улдары Зәки Вәлиди һәм Морат Рәмзи хаҡында ла тәрән йөкмәткеле мәҡәләләр яҙҙы. Уның хеҙмәттәре ябай халыҡта ла, та­нылған ғалимдарҙа ла ҙур ҡыҙыҡһыныу уята.
Артабан Илшат Рәшит улы хеҙмәт юлын Мәскәүҙә, Рәсәй Фәндәр академияһы Философия институтының Ислам философияһы секторында дауам итә. Уны Рәсәйҙә һәм сит илдәргә төрлө конференцияларға, конгрестарға даими саҡыралар. Әле ул философия институтында коллегаларына ғәрәп-мосолман фәлсәфәһе буйынса лекциялар уҡый, китаптар яҙа, тәржемәләр буйынса эшен дауам итә.
2008 йылда фәлсәфә фәне буйынса «Онтологические и гносеологические основания исламского мистицизма (генезис и эволюция)» темаһына докторлыҡ диссертацияһын уңышлы яҡлай. 2009 йылдың көҙөндә уның ҙур күләмле «Основания исламского мистицизма» тигән абруйлы монографияһы донъя күрҙе. Был китап суфыйсылыҡ ғилеменең барлыҡҡа килеүе һәм үҫеше нигеҙҙәрен өйрәнеүгә арналған. Ғалим унда Рәсәй һәм Европа илдәре өсөн йөкмәткеһе әле таныш булмаған, төрлө заманда йәшәгән ғәрәп ғалимдарының текстологик материалдарын тәржемә итеп ҡуллана.
Яҡташыбыҙ – бөгөн Рәсәйҙәге иң күренекле ғалимдарҙың береһе. Милләттәше­беҙҙең шундай ғилем үрҙәренә етеүе беҙҙең өсөн оло ҡыуаныс. Илшат Рәшит улы – ысын мәғәнәһендә башҡорт халҡының ғорурлығы.

Ф. ҒАЙСИНА,
РФ һәм БР Журналистар союзы ағзаһы.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға