«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар архивы » Йәйге ялың нисек үтте?



17.08.2010 Йәйге ялың нисек үтте?

Календарь иң йәмле миҙгелдең һуңғы көндәрен һанаһа ла, йәйҙең беҙҙе бигүк ҡалдырып киткеһе килмәй әле. Эйе, йәй быйыл бигерәк үҙенсәлекле килде шул. Ял итергә алыҫ Төркиәгә лә барырға кәрәкмәне. Үҙебеҙҙең еребеҙ Төркиәнән кәмме ни? Ә шулай ҙа, йәйге ялын кем нисек үткәргән икән? Ошо һорау менән беҙ күптәргә яҡшы таныш булған кешеләргә мөрәжәғәт иттек.

Миләүшә ҒӘЛИЕВА, «Ашҡаҙар» радиоһы етәксеһе:
– Мин тыуған еремде – Башҡортостаныбыҙҙы ныҡ яратам. Һис шикһеҙ, үҙемде патриот тип әйтер инем. Шуға ла йәйге ялды ҡайҙа үткәреү һорауы тыуғас, икеләнеү булманы. Ғаиләм менән Башҡортостан буйлап сәйәхәт ҡылдыҡ. Башҡортостаныбыҙҙың мәшһүр тауҙары, урмандары, күлдәре буйлап йөрөнөк. Айырыуса Бөрйән яҡтары, Нөгөш йылғаһы, Асылыкүл оҡшаны. Ғөмүмән, Башҡортостанымдың гүзәл тәбиғәтенән илһамланып, Ватаныма хеҙмәт итеү ниәттәрен арттырып, яңы көс-дәрт туплап ҡайтып, ең һыҙғанып эшкә тотондом.
Фәрүәз УРМАНШИН, популяр йырсы:
– Йәйге ялымдың яртыһы тыуған яҡтарымда – Ғафури районының Юлыҡ ауылында үтте. Күберәк тәбиғәт ҡосағында булырға тырыштыҡ. Еҙемдә туйғансы һыу инеп, бесән эшләп, ваҡыт үткәнен һиҙмәй ҙә ҡалдым. Күптән түгел Тоҙло Илектән ҡайттыҡ. ҡайҙарға ғына барма, тыуған ауылыңа еткәне юҡтыр ул. Бына дүшәмбенән эшкә сығам, ялда йыйған көс бер йылға артығы менән етер, тип уйлайым.
Наил ҒӘЙЕТБАЕВ, яҙыу­сы, драматург:
– Быйыл ҡыҙым 11-се синыфты тамамланы, шуға күрә мәшәҡәттәр күп булды. Йәйҙең урталарында ғына ял итергә форсат тейҙе. ҡатыным һәм дүрт бала менән кинәнеп Талҡаҫ күле буйында ял иттек. Иртәле-кисле һыу төштөк, ә көндөҙгө эҫелә күләгәлә йәшенеп яттыҡ. Һуңынан Шишмә районының Арыҫлан ауылына ҡайттыҡ. Ауылда бигерәк рәхәт, тыныс, саф һауа. Яңынан-яңы пьесалар ижад итергә илһам сығанағы булды.
Азамат ТИМЕРОВ, йырсы:
– Йәйен мин бар туғандарҙы, яҡындарҙы барлап сығам. Бына күптән түгел Баймаҡ райо­нының Әмин ауылында йәшәүсе ҡайны-ҡәйнәнән ҡайттыҡ. Унда бесән эшләнек. ҡоролоҡ тиһәләр ҙә, урманда бесән булды ул. Әле Әбйәлил яҡтарында ял итәбеҙ. Апайымдарға ҡунаҡҡа килдек. Әҙ-мәҙ ярҙамлашып йөрөйөм әле бына – баҡсала помидор бәйләйбеҙ. Ялдар бына тигән үтеп бара!
Алмас ҒАФАРОВ, йырсы:
– Быйыл ни эшләптер өйҙән бик алыҫҡа китеп булманы. Июндә эшләнек, әле иһә өйҙә генә ултырабыҙ. Ошо көндәрҙә ял итергә сығырға ниәтләп торабыҙ. Йәй эҫе торғас, ҡалала был йәһәттән саҡ ҡына ҡыйыныраҡ булды булыуын, әммә йылға, вентилятор ҡотҡарҙы. Ә дөйөм алғанда, быйылғы йәй оҡшаны. Ысын йәй нәҡ шулай булырға тейеш, тигән фекерҙәмен.
Гөлнур ҡАРАБУЛАТОВА, йәш йырсы:
– Июль аҙаҡтарында әсәйем менән Парижға барып ҡайттыҡ. Парижды күреү әсәйемдең күптәнге хыялы ине. Был ҡаланың иҫ киткес булыуына барғас тағы бер төшөндөк. Барыһын да күрер өсөн күберәк атлап йөрөргә тырыштыҡ. Бихисап парк, баҡса, музейҙа булдыҡ, шул иҫәптән Лувр, Огюст Роден, бөгөнгө сәнғәт музейҙарында, Люксембург, Тюильри баҡсаларында һ. б.
Бөйөк Эйфель башняһы, Триумфаль Арканы күреү генә ни тора! Шулай уҡ Сена йылғаһында теплоходта йөрөнөк, рәхәтләнеп Париж урамдарын гиҙҙек.
Париждың латин-американ бейеүҙәренең Европалағы баш ҡалаһы икәнен белә инем. Бейеүсе һәм бейеү уҡытыусыһы булараҡ, бейеүгә бәйле сараларҙан ситтә ҡала алманым. Үҙемә кәрәкле бик күп яңы мәғлүмәттәр алдым, дуҫтар ҙа таптым. Барыһы шул тиклем оҡшаны!
Заһир ШӘЙӘХМӘТОВ, Иглин районының мәҙәниәт бүлеге мөдире:
– Йәй үтеп китеп барһа ла, мин әле ял итеп өлгөрмәнем. Быйыл эш йәй кеүек ҡыҙыу булды. Һабантуйҙан башланып киткәйне, ҡоролтай, «Салауат йыйыны» менән дауам итте. Әйткәндәй, Салауат йыйынында беҙҙең Иглин районы икенсе урын алды. Һанап киткәндәр менән бергә районда ла бик күп мәҙәни саралар үткәрелеп килде. Әле иһә ауылдарҙа мәҙәниәт йорттарын, китапханаларҙы тикшерәбеҙ. Шулай итеп, эш менән йәйҙең үтеп киткәнен дә һиҙмәй ҡалғанмын.

Диана ХӘБИБУЛЛИНА яҙып алды.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға