«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар архивы » «Алтын көҙ – 2010» күргәҙмәһе асыласаҡ



18.09.2010 «Алтын көҙ – 2010» күргәҙмәһе асыласаҡ

«Алтын көҙ – 2010» күргәҙмәһе асыласаҡХII «Алтын көҙ – 2010» Рәсәй агросәнәғәт күргәҙмәһе Мәскәүҙә Бөтә Рәсәй күргәҙмәләр үҙәге биләмәһендә 1 – 11 октябрҙә үтәсәк – ул Рәсәй агросәнәғәт аҙнаһы сиктәрендә ойошторола.
Сара барышында күргәҙмә үҙәгенең үҙәк майҙанында ауыл хужалығы продукцияһы йәрминкәләре үтәсәк. 9 – 11 октябргә ауыл хужалығы техникаһының «АгроТек Рәсәй – 2010» халыҡ-ара махсус күргәҙмәһен үткәреү ҙә ҡаралған.
Башҡортостан аграрийҙары «Алтын көҙ – 2010» күргәҙмәһендә ҡатнашыуға әүҙем әҙерлек алып бара.

Р. БАЙЫШЕВА.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға