«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар архивы » Халыҡ урман ярата



18.09.2010 Халыҡ урман ярата

Ун Рәсәй кешеһенең туғыҙы халыҡҡа урман торошо, урман ултыртыу һәм ҡырҡыу пландары тураһында мәғлүмәт еткереүҙе кәрәкле тип һанай. Был урман менән файҙаланыуға йәмәғәт контроле кәрәклеге тураһында рәсәйҙәр араһында үткәрелгән һорау алыу һөҙөмтәһендә асыҡланған. Унда 1600 кеше ҡатнашҡан.
Башҡортостан респонденттарының 72 проценты урман ҡырҡыу пландары буйынса йәмәғәт тыңлауҙарында әүҙем ҡатнашырға әҙер булыуын белдерә. Яуаптарҙан күренеүенсә, урманда законһыҙ эшмәкәрлек асыҡланған осраҡта күптәр ҡайҙа мөрәжәғәт итергә кәрәклеген белмәй. Шул уҡ ваҡытта ялыуҙар менән мөрәжәғәт итергә мөмкин урындарҙы белгән рәсәйҙәр, ә улар – 33 процент, ярҙамды урман хеҙмәткәрҙәренән түгел, ә урындағы үҙидара органдарынан көтә, 32 проценты прокуратура һәм милицияның ярҙамына өмөтләнә, халыҡтың биш проценты иһә юғары дәүләт чиновниктарына ышана.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға