«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар архивы » Гүзәл заттың хоҡуҡтары боҙолмаһын



05.03.2011 Гүзәл заттың хоҡуҡтары боҙолмаһын

Көслө лә, көсһөҙ ҙә заттан беҙ. Тәбиғәтебеҙ шулай: көсһөҙҙәрҙе ҡурса­лар­ға, ҡыйырһытыл­ғандарҙы яҡларға, мохтаж булғандарға ярҙам ҡулы һуҙырға ашығабыҙ. Йәлләйбеҙ, ҡыҙғанабыҙ, йөрәгебеҙгә ауыр алабыҙ... Әсәлек инстинктыбыҙ көслө: ҡатын-ҡыҙ ғаиләһен һаҡлап алып ҡалыр, сирҙән өҙгөләнгән ғәзиз балаһын һауыҡтырыу өсөн, әллә нимәләр вәғәҙә итһәләр ҙә, хатта карьераһынан ваз кисергә лә, эшенән яҙырға ла мәжбүр. Үҙебеҙҙе ни тиклем генә сабыр, сыҙамлы заттан, тауҙар аҡтарырҙай көс бар әле беҙҙә, тип иҫәпләмәйек, барыбер яҡлауға, ҡурсалауға мохтажбыҙ. Беҙҙең йәмғиәттә ҡатын-ҡыҙҙың хоҡуҡтары йыш боҙоламы? Үҙ фекерҙәре менән уртаҡлашыуҙы һорап, ошо һорау менән бер нисә кешегә мөрәжәғәт иттек.

Наилә ШӘМИҒОЛОВА, Бөрйән районы прокуроры урынбаҫары вазифаһын башҡарыусы:
– Прокуратураға ҡатын-ҡыҙҙарҙан килгән мөрәжәғәттәрҙең күбеһе ғаилә бәхәстәре менән бәйле. Күптәре, эсеп һуғыш­ҡан, ҡул күтәргән, балаларын йәберләгән ирҙәрҙән интегеп, уларҙы яуаплылыҡҡа тарттырыуҙарын һорай. Ғаиләһендә тыныслыҡ булмаған, «йәшел йылан» менән дуҫлашҡан тормош иптәшенән арыған ҡатындарҙың түҙемлегенең иң һуңғы сиге был. Ире менән айырылышҡандан һуң балаларына алимент түләттерә алмаған гүзәл зат вәкилдәре лә күп. Үкенескә күрә, бөгөнгө атайҙар ҡатыны менән айыры­лыш­ҡандан һуң да бала тәрбиәләүҙә яуап­лы икәндәрен аңлап етмәй, йә ҡатындарына үс итеп, йә, эсеп ятып, эшләмәүе арҡаһында балаға тейешле аҡсаны түләмәй.
Ата-әсәлек хоҡуғынан мәхрүм итеүҙе һораған мөрәжәғәттәр ҙә – ауыл тормошонда йыш осраған күренеш. Айыры­лышҡанда милек бүлеү, декрет аҡсаһын, пособие түләмәү буйынса ла ялыуҙар күбәйҙе. Үҙемдең эш практикамдан алып әйткәндә, үҙ хоҡуҡтарын яҡлауҙы һорап, прокуратура органдарына йышыраҡ барыбер ҡатын-ҡыҙ мөрәжәғәт итә. Беҙ үҙ тәбиғәтебеҙ буйынса ла мыжырға яратабыҙ бит. Ә ирҙәр үҙ хоҡуҡтарын яҡлау­ҙа икенсерәк юлды һайлай.

Әлфиә ӘСФӘНДИӘРОВА, дәүләт хеҙмәткәре:
– Юғары власть даирәләрендә гүзәл зат вәкилдәре аҙ, уларҙы етәксе урындарға ҡуйып бармайҙар. Йәнәһе лә, теҙгенде бушаҡ тотасаҡ, ҡулынан килмәйәсәк. Быны мин үҙебеҙҙең хоҡуҡтарыбыҙҙың ниндәйҙер кимәлдә боҙолоуы тип иҫәпләйем. Ә асылда ҡатын-ҡыҙҙар ирҙәргә ҡарағанда сәйәси тормошта ла, йәмәғәт эшендә лә ҡайнап йәшәй, яңы башланғыстарға нигеҙ һала. Депутаттар, министрҙар араһында ла аҡыллы, үҙ һүҙен ҡайҙа ла һүҙ итә алған, ирҙәр менән бер төптән егелеп эшләгән билдәле ҡатын-ҡыҙҙар етерлек.
Минеңсә, власта ултырған ир-ат менән ҡатын-ҡыҙҙың нисбәте тигеҙ булһа ғына, йәмғиәтте гармониялы рәүештә үҫтереп, демократик, уңышлы үҫешкән йәмғиәт итеп үҙгәртергә мөмкин.

Дилә ҒАБДРАХМАНОВА, декрет ялында ултырыусы:
– Бала ҡараусы әсәләрҙе яҡлап, хөкүмәтебеҙ ниндәй генә гарантиялар бирмәһен, эш биреүсе барыбер уларҙы һанларға тырышмай. Беҙ ниндәй инстанцияға мөрәжәғәт итергә лә белмәйбеҙ. Бына, мәҫәлән, миңә декрет аҡсаһы тулыһынса түләнмәне. Балаға бирелгән пособиены ла бөтөнләй алманым тиерлек. Пособие һорап барған һайын, һуңғараҡ түләйбеҙ, тиҙәр ҙә, 200 – 300 һум аҡса тоттороп сығаралар. Бер ниндәй ҡағыҙға ла ҡул ҡуйыу юҡ. «Нишләп түләмәйһегеҙ?» – тиһәм, аҡса юҡ, тиҙәр. Ул аҡса социаль страховка фондынан түләнмәйме икән ни? Эшкә ингәндә эш биреүсе менән договор төҙөмәүем менән дә оҫта файҙаланғандарҙыр инде. Ауырға ҡалып, өс ай эшләгәс тә ҡатын-ҡыҙҙар консультацияһынан справка алып килеп, төнгө сменала эшләй алмауым тураһында белдерҙем. Директор: «Мин бер нәмә лә эшләй алмайым. Был – һинең үҙеңдең проблемаң», – тип кенә ҡуйҙы. Ярай бер ҡыҙ эштән киткәйне, шуның урынына көндөҙгө эшкә күсеп, декретҡа киттем. Эшкә сығырға ваҡытым етә инде, ул эшемә ҡабат барғым да килмәй. Декрет ялымда пособие алһам, яҡшыраҡ булыр ине. Әхирәттәрем: «Ни эшләп ойошмаңды судҡа бирмәйһең?» – тиһә лә, минең өсөн аҡсаһы түгел, баламдың сәләмәт тыуыуы һәм үҫеүе мөһим.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға