«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар архивы » Һеҙ ниндәй хужабикә?



15.02.2011 Һеҙ ниндәй хужабикә?

1. Фатирығыҙҙы йы­йыш­тыра башлағас ҡына көтмәгәндә ҡунаҡтар килеп инде, ти.
а/ Бөтә эшегеҙҙе ташлап, өҫтәл әҙерләй башлайһығыҙ /1 балл/;
б/ Улар менән һөйләшә-һөйләшә эшегеҙҙе дауам итәһегеҙ /2/;
в/ Бүлмәләге тәртип­һеҙлек өсөн ғәфү үтенәһегеҙ һәм аҡлана башлайһығыҙ /3/.
2. Тормош иптәшегеҙҙе эшкә иртәнге аш менән оҙатаһығыҙмы?
а/ Эйе. Был минең бурысым /3/;
б/ Юҡ. Мин эшкә һуңыраҡ барыу сәбәпле, ул үҙе ашап-эсеп китә /2/;
в/ ҡасан нисек була инде /1/.
3. Икегеҙ араһында аңлашылмаусанлыҡтар килеп сыҡҡанда балаларығыҙға һиҙҙерәһегеҙме?
а/ Юҡ. Был балалар­ға ыңғай йоғонто яһамай /2/;
б/ Һирәк кенә улар ҙа һиҙә /1/;
в/ Эйе. ҡайһы ваҡыт уларҙы яйлар­ға балалар ҙа ярҙам итә /3/.
4. Тиҙҙән балағыҙ тыуасаҡ, ти. Ирегеҙ һайлаған исем һеҙгә оҡшамай.
а/ Уның теләген ҡабул итәм. Иң мөһиме – бала һау-сәләмәт тыуһын /3/;
б/ Үҙем һайлаған исемде ҡуштырам /2/;
в/ Туғандар һәм дуҫтар менән кәңәшләшәм /1/.
5. Ғаилә кассаһы кем ҡулында?
а/ Уртаҡ /1/;
б/ Иптәшем хужа /2/;
в/ Минең ҡулда. Бөтә кәрәк-яраҡты үҙем алам /3/.
6. Асыуланышҡандан һуң тәү башлап кем һүҙ башлай?
а/ Күберәк үҙем /2/;
б/ ҡайһыбыҙ үҙен ғәйепле хис итә, йышыраҡ шул башлай /1/;
в/ Ир-ат булараҡ, күп осраҡта ул ғәфү үтенә /3/.

Һөҙөмтәләр
6 – 9 балл. Ялҡау һәм әрпеш булыуығыҙ күп мәшәҡәт тыуҙыра. Һеҙгә бер аҙ үҙгәрергә кәрәк. Ваҡытында ашарға бешереп, өйөгөҙҙә һәр ваҡыт тәртип булдырмаһағыҙ, ирегеҙ өйгә ҡайтыуын һирәгәйтергә лә мөмкин.
10 – 14 балл. Һеҙ алтын урталыҡты тәшкил итәһегеҙ. Төрлө ситуацияларҙа проблемаларҙы еңел сисә беләһегеҙ. Ирегеҙ һеҙҙең шундай хужабикә булыуығыҙҙан ҡәнәғәт.
10 – 18 балл. Һеҙ хужабикәләрҙең иң яҡшыһы. Өйөгөҙ һәр ваҡыт бөхтә. ҡунаҡтарға йөҙөгөҙ асыҡ, бешергән ризыҡтарығыҙ телеңде йоторлоҡ. Тормош иптәшегеҙ бәхетле. Күптәр һеҙгә ҡарап һоҡлана.

Р. ВӘЛИУЛЛИНА әҙерләне.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға