«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар архивы » Урмансы – вазифа ғына түгел, ә талант



15.02.2011 Урмансы – вазифа ғына түгел, ә талант

Урмансы – вазифа ғына түгел, ә талантТәбиғәттә әле ҡыш хакимлыҡ итә. Әммә ҡышҡы һалҡында ла урман хужалығында ҡыҙыу эш ҡайнай. Республиканың урман хужалығы тармағында алдынғыларҙан һаналған «ҡалтасы урманы» дәүләт унитар предприятиеһының Дүртөйлө участкаһы начальнигы, Рәсәйҙең почетлы урмансыһы Рим Шәрипов:
– Эшселәрҙең күпселеге урманда, тәүҙә улар­ҙың эше менән танышыр­һығыҙ, – тине.
Беҙ Әңгәсәк участкаһына йүнәлдек. Урмансылар көҙҙән әҙерләгән ағастарҙы ҡырҡып, ботап, төҙөлөш өсөн, шулай уҡ үҙҙәренең пилорамаһына оҙата. Трактор, моторлы бысҡы тауыштарынан тирә-йүн гөрләп тора. Эшселәргә ял һәм туҡланыу өсөн йылы вагонсыҡтар ҡуйыл­ған. Ерҙә буй-буй теҙелеп ятҡан төҙ ағастарға ҡарап, уларҙы төҙөлөшкә яраҡлы итеп үҫтергәнсе урмансы­лар­ҙың күпме көс һәм маңлай тире түккәнен самалап була. Эйе, урмансы үҙ хеҙмәтенең емешен тиҫтә йылдар үткәс кенә күрә. Ярай әле, тәбиғәт шарттары уңай ғына килеп торһа. Мәҫәлән, үткән йылғы ҡоролоҡ урмандарға, бигерәк тә йәш үҫентеләргә һиҙелерлек зыян килтер­ҙе. Өҫтәүенә, янғындар ҙа күп булды. Дөрөҫ, уларҙы ваҡытында асыҡлап, күмәк көс менән тиҙ арала һүндереү сараһын күрҙеләр. Ә бер нисә йыл элек Дүртөйлө районы аша үткән көслө дауыл ете мең гектар иң яҡшы ылыҫлы урманды юҡҡа сығарҙы.
Шуға Дүртөйлө урмансыларына икеләтә тырышлыҡ һалып эшләргә тура килә.
Урмансы – вазифа ғына түгел, ә талантДүртөйлө участкаһы тәғәйенләнеше буйынса хужалыҡ эшмәкәрлеге менән шөғөлләнә. Ул Дүртөйлө, Әңгәсәк, Кәңгеш участка лесничестволарын берләштерә. Дүртөйлө төбәгендәге урмандар, нигеҙҙә, урмансыларҙың тырышлығы менән тыуҙырылған йәшеллек ул. Әйтәйек, һуңғы ике йылда барлығы 421 гектар майҙанда ағас ултыртылған. Урман фондын үҫтереү, урмандарҙың структураһын камиллаштырыу йәһәтенән бында мөмкинлектәрҙе тулы файҙаланалар.
Үҙҙәренең бер нисә питомнигы бар. Дүртөйлө урмансыларын ағас орлоғо сәсеүҙә яңылыҡҡа юл ярыу­сылар тип әйтергә кәрәк. Улар бер нисә йыл инде үҫентеләрҙе орлоҡтан фин технологияһы буйынса, ябыҡ тамыр системаһында үҫтерә. Һөҙөмтәлә орлоҡтоң сығышы юғары, тамыры ныҡлы, йәш үҫентене күсереп ултыртыу уңайлы була. Орлоҡто асыҡ ысул менән дә сәсәләр. Бындай майҙандар йыл һайын 1 – 1,5 гектар­ға етә. Йәш урман майҙандары даими ҡарау талап итә. Шуға әленән-әле үҫентеләрҙең төптәрен йомшартып, сүп үләндәрен утап торорға кәрәк. Тамыр алып китә алмағандары, ҡороғандары урынына яңы үҫентеләр ултыртырға тура килә. Тик биш, ун, хатта егерме йылдан һуң да ҡараулы ағастар ғына таҙа булып үҫә. Зәғиф ағастарҙы ҡырҡып торалар, урман эсенә яҡтылыҡ тигеҙ таралһын өсөн таҙартып ҡырҡыу үткәрелә. Былтыр был эш 219 гектарҙа башҡарылған. Шулай уҡ 161 гектарҙа тәрбиәле киҫеү, 130 гектарҙа санитар ҡырҡыу ғәмәлгә ашырылған. Эш күләме ҙур. Шуға яҙғы-йәйге осорҙа өҫтәмә көс йәлеп итергә тура килә. Мәктәп лесничестволары ла ярҙамға килә. Урмансылар бигерәк тә Дүртөйлө ҡалаһының 2-се, Бейектау, Әңгәсәк, Маяҙыҡ, Миңеште, Яңы Кәңгеш мәктәптәре коллективтарына рәхмәтле.
Урмансылар бөгөн яҙғы хәстәрлектәр менән йәшәй. Сәсеүгә орлоҡ эшкәртәләр. Орлоҡ тейешенсә йыһазландырылған һаҡлағыстарҙа һаҡлана һәм эшкәртелә. Ә инде питомниктарҙан үҫентеләрҙе күсереп ултыртыу өсөн 146 гектар ер көҙҙән үк әҙерләп ҡуйылған.
Рим Лотфый улы урман хужалығындағы әлеге эштәрҙе күңел һалып башҡарған уңған хеҙмәткәр­ҙәрҙе маҡтап һөйләй. Ул Әңгәсәк участкаһы мастеры Нурулла Ғәбделисламов, урман ҡырҡыусылар Рәүеф Ғиззәтов, Вәғиз Тимерғәлиев, Павел Тойкиев, тракторсылар Фәүәдис Шәрифуллин, Юрий Степанов һәм шофер Николай Емельяновты айырып телгә алды.
Рим Шәрипов үҙе лә урмансы һөнәрен йәштән һайлаған һәм тармаҡта өс тиҫтә йылдан ашыу намыҫлы хеҙмәт иткән тәжрибәле етәксе. Йәмәғәте Әнсиә лә Әңгәсәк участка лесничествоһында мастер вазифаһын башҡара. ҡыҙҙары Регина шулай уҡ ата-әсәһе һуҡмағын һайлаған. Ул Өфө урман хужалығы техникумында эшләй.
– Тәбиғәтте ысын күңелдән ярат­ҡан, ауырлыҡҡа сыҙамлы, йәшеллек донъяһының киләсәге өсөн яуаплылыҡ тойған һөнәр эйәләре генә урмансылыҡта оҙаҡ йылдар эшләргә һәләтле, – ти Рим Лотфый улы.
Эйе, урмансы булыу вазифа ғына түгел, ә талант та ул.

Ғәлиә ХӘБИРОВА.
Рәсимә ҒӘЛИЕВА фотолары.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға