«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар архивы » Үҙең эшләгән арзаныраҡ та, файҙалыраҡ та



18.09.2017 Үҙең эшләгән арзаныраҡ та, файҙалыраҡ та

Үҙең эшләгән арзаныраҡ та, файҙалыраҡ та
Был паста универсаль, уны һауыт-һаба, сантехниканы таҙартыу өсөн ҡулланыр­ға була. Шыйыҡса ни бары өс компоненттан тора һәм иң мөһиме аллергияға юл ҡуймай, тимәк, экологик яҡтан да таҙа тигән һүҙ.

Ябай кер һабынын эре ҡырғыс аша үткәреп (балалар һабыны ла ярай), 100 грамм һабынға 100 грамм ҡайнар һыу өҫтәргә. Артабан массаны һабын иҙелеп бөтөп күбекләнгәнсе туҡырға, һуңынан 75 грамм сода өҫтәргә. Һөҙөмтәлә паста барлыҡҡа килә. Бында шулай уҡ үҙегеҙгә оҡшаған эфир майы өҫтәргә лә була. Паста менән һауыт-һабаны, раковина, ваннаны таҙартыу ҡулай. Бигерәк тә майлы урындарҙы шәп таҙарта, кафелде һөртһәң дә ялтырап китә.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға