RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Донъялағы иң ҙур байлыҡ (Хикәйә)

09.04.2018 Донъялағы иң ҙур байлыҡ (Хикәйә)

Донъялағы иң ҙур байлыҡ (Хикәйә)
– Әсәй, әсәй, ҡара ниндәй ҙур “бишле” алып ҡайттым! Башҡорт теленән! – тине батырҙарса башын өҫкә күтәреп, ғорурланып, Урал исемле малай көндәлеген әсәһенә күрһәтте лә, балалар баҡсаһынан ҡайтҡан һеңлеһенә аяҡ кейемен сисергә ярҙам итте.
– Уңғанымды! Әйҙәгеҙ, балалар, аш беште. Атаһы, туҡтап тор, эш ҡасмаҫ ул!
Яҙҙың ҡояшлы, матур көндәренең береһе ине был. Бер нисә көндән уҡыуҙар бөтә. Йәй яҡынлаша. Ошондай ваҡытта Айгөлгә рәхәт тә, ҡыйын да булып китә. Тыуған ауылын, туғандарын, яҡындарын һағынған ул.
– Айгөл, – үҙенә өндәшкән кеүек кенә, Айнур ҡатынына ҡарап, – Әлиә ҡайтҡан, тиҙәр.
– Эйе. Ишеткәйнем. Был балалар тыңлауһыҙ, йәшәү юҡ, тип ғаиләһен Мәскәүҙә ҡалдырып, кире ҡайтҡан.
– Балалар тыңлауһыҙ...
– Ә ҡасандыр беҙ үҙебеҙ ҙә бала инек бит...

* * *
– Ҡайҙан шулай һуңлап ҡайтып киләһең ул, Айгөл? – Гөлйөҙөм инәй һауыт йыуыуҙан туҡтап, ҡыҙға ҡараны. – Аш һыуынып бөттө бит инде...
– Күршеләргә инеп сыҡҡайным, өләс. – Ҡыҫҡа ҡыҙыл күлдәк кейгән сибәр ҡыҙ өләсәһенә тиҙ генә ҡарап ҡуйҙы ла, икмәккә ҡаймаҡ һылап, аш ашарға тотондо.
– Гөлдәр инәй, иртәгә Әлиә ҡайта, тине. Их! Беләһеңме мин уны нисек һағындым, өләс! Ошола-а-а-а-а-й итеп! – ҡыҙ, Ер шарын ҡосаҡлағандай, ҡулдарын һуҙып күрһәтте.
Айгөл менән Әлиә күптән инде дуҫтар. Мәктәпкә бергә йөрөй башланылар, бер класта уҡынылар, бергә дәрес әҙерләп, бергә тышта уйнанылар... Ә аҙаҡтан Әлиә Өфөгә уҡырға китте лә, хәҙер ҡыҙҙар тик каникулдарҙа ғына күрешә.
– Айгөл, мин көтөүҙе ҡаршы алырға бөгөн үҙем барам. Һин өйҙө йыйыштырып сыҡ әле.
Ҡыҙ өләсәһе әйткәнгә тиклем иҙәнде йыуып, өй йыйыштырырға булғайны, шуға бер һүҙ ҙә әйтеп торманы.
– Тиҙерәк көн бөтһөн ине. Иртәгә мин иң бәхетле кеше булам!
* * *
Тылсымлы төн... Ана, күктәге энә төрткөһөҙ йондоҙҙар менән түп-түңәрәк ай, ҡыҙыҡ бер әкиәт һөйләп, бар донъяны йоҡлата. Хатта ҡояш апай ҙа тау артына ҡасып, күҙҙәрен йомоп тынған. Айгөлдөң өләсәһе гел, ҡояш ул бала кеүек бит, ти. Ысынлап та, ул таң менән тора ла йылмайып, бар донъяны яҡтыртып, йылытып, көнө буйы уйнап тик йөрөй.
Айгөл дә бөгөн таң менән торҙо.
– Ҡыҙым, Гөлдәр инәйең һине ҡунаҡҡа саҡырып ингәйне, – тине баҡсанан ингән өләсәй. – Ана, һандыҡтағы күлдәгеңде кей, сулпылары ла шундалыр, – тип ейәнсәренә тәҙрә төбөндә торған һандыҡты күрһәтте.
Ошо һүҙҙәрҙе генә көтөп ултырған ҡыҙ бәхетенән һикереп ебәрҙе. Шәберәк һандыҡты асып, унан иң яратҡан, үҙенә килешеп кенә торған зәңгәр күлдәкте алып кейҙе, сулпылар ҡушып, алтын сәстәрен икегә ярып үрҙе лә көҙгөлә үҙ шәүләһен күреп телһеҙ ҡалды: иҫ киткес матур!
– Бигерәк әсәйеңә оҡшағанһың шул! Йә, бар йүгер...
Күршелә генә йәшәгән Гөлдәр инәйҙең өйө туп-тулы кеше ине. Әлиә ихлас, күңелле, сибәр ҡыҙ булғанға күрә дуҫтары ла күп. Әммә иң яҡыны – Айгөл...
Ҡара әле! Ауылдың теге яғында йәшәгән Гөлйөҙөм дә, Ильяс та килеп еткән бит. Күңелле була тимәк.
– Айгөл! – ҡыҙҙың алдына оҙон ҡара сәсле, ҡыҙыл күлдәк кейгән бер һылыу килеп баҫты. – Һинме ул, Айгөл?! Нисек үҙгәргәнһең!

* * *
Кис еткәс, ҡыҙҙар ике ауыл араһында урынлашҡан күл буйына барырға йыйынды. Әлиәләрҙең өйө ауыл ситендә урынлашҡан, шуға күрә күп атларға тура килмәне. Тиҙ барып еттеләр. Тирә-яҡта шундай тынлыҡ, ҡоштар ҙа шым ғына һайраған һымаҡ.
– Ҡара әле, – Әлиә тыныслыҡты боҙмаҫҡа тырышып, әхирәтенә өндәште, – ауылда был күлде Алтынгүл тип бушҡа ғына әйтмәйҙәр икән. Ҡояш байығанда һыуы һары, ҡыҙыл төҫтәр менән ағылып яна бит! Хаста алтын!
– Иҫ киткес матур шул!
Тәбиғәткә һоҡланып, ҡоштар моңон тыңлап, аралашып, ҡыҙҙар күктә берәм-берәм йондоҙҙар атылғанын һиҙмәй ҙә ҡалды.
– Айгөл, был, моғайын, беҙҙең һуңғы осрашыуҙыр. Минең атайым менән әсәйем айырылышырға булды, – һөйләүе ҡыйын булғанға күрә Әлиә күккә ҡарап дауам итте. – Әсәйем икенсе тормош иптәше тапҡан. Ә мин атай менән ҡалырға булдым, Мәскәүгә китәбеҙ. Унда уҡырға инәм, яңы тормош башлайбыҙ.
Ҡапыл был ауыр хәбәрҙе ишеткән Айгөл аптырап ҡалды ла, нимә әйтергә белмәй, йондоҙҙарға өндәшкән һымаҡ ҡына, ҡыҙҙарҙың яратҡан йырҙарын көйләй башланы.
“Эх, үрләргә ине күккә,
Йондоҙло – айлы төнгә,
Йондоҙҙарҙың береһенә
Ярҙам ит тип әйтергә”.
Әлиә уйға батып, Айгөл янына килеп ултырҙы.
“Таңдар атҡас, йондоҙҙар юғала.
Көтә, көтә берәү уларҙы
Мөхәббәтен эҙләй бер бала,
Шуға көтәлер йондоҙҙарҙы”.
– Иҫләйһеңме, биш йыл элек һинең ҡолағыңды Айнур тешләгәс, – Әлиә йылмайып ебәрҙе, – бала туйы үткәргәс...
– Ошо йырҙы йырлай-йырлай күлгә килеп ант биргәйнек. Эйе, иҫләйем.
* * *
– Әлиә, әйҙә, ҙур үҫкәс, ошо күл буйында ике өй төҙөп, ике матур ғаилә ҡорайыҡ. Мин Айнур менән. Ә һин... һин... Һин үҙеңә егет табырһың. Һәм беҙҙең балалар туған телен, тарихын, йолаларын белеп, иң уңған һылыуҙар, иң ҡыйыу батырҙар булып үҫер.
– Һәм беҙ гел бергә булырбыҙ!
Ҡыҙҙар, яҡшы хәйлә уйлап сығарыуҙарына шатланып, күбәләктәр кеүек талпынып, көлөшөп ауыл яғына йүгерҙе.
– Көтөп тор! – Әлиә ҡапыл туҡтап ҡалды. – Әйҙә, ошо күл буйында бер-беребеҙгә ант бирәйек. Ниндәй генә хәл булмаһын, һүҙебеҙҙе тотасаҡбыҙ! Ант!
– Ант!
* * *
Ҡапыл, йоҡонан уянып киткәндәй, Айгөл тирә-яҡҡа күҙ һалды. Фатирҙа ҡараңғы ине.
“Эйе, ант бирҙек... Әммә кемдер һүҙен тотманы. Ни өсөн шулай булды һуң ул?”
Бына бит, йылдар үткәс, Айгөл менән Айнур татыу ғаилә ҡорҙо. Хәҙер инде улар ике бала үҫтерә. Улдары Урал мәктәптә иң яҡшы уҡыусыларҙың береһе. Төрлө конкурста еңеп, ата-әсәһен ҡыуандырып ҡына тора. Һеңлеһе Илүзә лә ағаһынан ҡалышмай. Әсәһенең сулпыларын тағып, балалар баҡсаһындағы һәр бер концертта музыка ҡоралдарында уйнап, йырлап сығыш яһай. Айнур ҙа, көнө-төнө эштә булһа ла, ҡатынына, балаларына ваҡыт табып ҡына тора.
Ә Әлиә... Ата-әсәләре айырылышҡас, әйткәнсә, Мәскәүгә китте ул. Әммә яҡшы тормош күрмәне. Сит ерҙә әсәһен йыш һағынды. Мөхәббәт ҡәҙерен дә белмәне. Ҡасандыр әсәһе уны ташлаған кеүек, үҙе лә “кәкүк әсә” булып балаһын ташлап сығып китте.
Донъяла бит барыһы ла ғаиләнән башлана. Бала нисек ғаиләлә тәрбиәләнгән, шулай үҙ тормошон ҡорасаҡ. “Балһыҙ гөлгә ҡорт ҡунмаҫ, балаһыҙ йортҡа ҡот ҡунмаҫ” тигән әйтем бар халыҡта. Әммә бала табыуы мөһим түгел, иң мөһиме – уны дөрөҫ тәрбиәләү, үҫтереү. Балалар ата-әсәләренән өлгө ала. Уларҙың ҡарашын, фекерләүен һәм рухи ҡиммәттәрен үҙләштерә, бөтә аҙымын ҡабатлай, шуға күрә ғаиләлә тыныслыҡ, мөхәббәт, тырышлыҡ, түҙемлек һам татыулыҡ булырға тейеш. Беҙҙең киләсәгебеҙ – балалар, тимәк, донъялағы иң ҙур бәхет – татыу ғаилә!

Алһыу АБСАЛИКОВА,
Ҡ. Дәүләткилдиев исемендәге һынлы-сәнғәт гимназия-интернатының
11-се класс уҡыусыһы.










Оҡшаш яңылыҡтар



Юлаевсылар мәргәнлеген иҫбатланы

05.11.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Юлаевсылар мәргәнлеген иҫбатланы


Силәбе командаһы Латвия белгесенән баш тартты

Мексика бокссыһы Ковалевты ауыр нокаутҡа ебәрҙе

"Зенит" клубы үҙенә Миранчуктарҙы  ҡоҙаламаҡсы

“Өфө” командаһы лидерҙан бер мәрәй тартып алды

Регби буйынса донъя чемпионы булып Көньяҡ Африка командаһы танылды

Рәсәйҙә легионерҙар кәмене

02.11.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Рәсәйҙә легионерҙар кәмене


Аҡсаң булһа, бар ергә лә юл асыҡ...

02.11.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Аҡсаң булһа, бар ергә лә юл асыҡ...


Черчесов тәрбиәләнеүселәренә ышана

01.11.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Черчесов тәрбиәләнеүселәренә ышана


Яҡташыбыҙға Губерниев булды ни булманы ни, барыбер...

Лайыҡлы алмаш үҫеп килә

01.11.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Лайыҡлы алмаш үҫеп килә


Юлаевсылар Көнбайыштан ике генә мәрәй менән ҡайтты

Арҙаҡлы яҡташтарыбыҙға арналды

31.10.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Арҙаҡлы яҡташтарыбыҙға арналды


Башҡорт ҡымыҙы Аравия ярымутрауына китерме?

Өфө табиптары Сибайҙа күҙгә операция яһай

Саҡ туңып үлмәгән

31.10.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Саҡ туңып үлмәгән


Өс аҙналыҡ үле сабыйын буш шешәләр араһынан табып алған

Йөрәктән-йөрәккә йылы өләшеп

31.10.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Йөрәктән-йөрәккә йылы өләшеп


Рәсәйгә наркотиктар индереүсе төп ил ниндәй?

Зәйнетдиновтарҙың сираттағы еңеүе

31.10.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Зәйнетдиновтарҙың сираттағы еңеүе


Билдәле биатлонсы ветерандарға ярҙам ҡулы һуҙҙы

Урманда 20 йыл элек үлгән кешенең  баш һөйәге ятҡан

Йәнә фажиғә, йәнә ҡорбан

31.10.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Йәнә фажиғә, йәнә ҡорбан


«Өфө»ләргә саҡ ҡына тәжрибәлек етеңкерәмәне