RSS-подписка facebook facebook Вконтакте Вконтакте

27.02.2018 Киләсәктән хат

Киләсәктән хат
йәки Ғәмһеҙлек йоҡоһонан уянырға ваҡыт, халҡым!
Йылы йәй көнө... Ҡояш ҡыҙҙыра. Йылға буйында балалар һыу инә. Уларҙың шат көлөүе әллә ҡайҙан ишетелеп тора. Кәртә артындағы урманда ҡоштар һайрай, ҡарлуғастар тегеләй-былай оса. Бәләкәй ҡояшҡа оҡшаған бәпембә сәскәләре хуш еҫе менән бал ҡорттарын үҙенә саҡыра. Күбәләктәр леп-леп килеп осоп үтә. Тирә-яҡта шундай гүзәллек! Был матурлыҡтан күҙҙе айырып алырлыҡ түгел…

Ҡапыл баш осомдан ҡағыҙҙан эшләнгән самолет осоп үтте. Ул ел ыңғайына өйрөлдө-өйрөлдө лә алдыма ғына килеп төштө. Әйләнеп ян-яғыма ҡараным, берәү ҙә юҡ. Бик сәйер… Самолетты ҡулыма алдым. Унда яҙыуы ла бар ине. «Бәлки, уҡыһам, хужаһын танырмын», – тип асырға булдым. Ҡағыҙҙың иң башында китап хәрефтәре менән «Киләсәктән хат» тип яҙылған. Был юлдарҙы уҡығас, арҡам зымбырлап китте, ҡулым ҡалтыранды, аптырандым. Хаттың йөкмәткеһен белергә булдым. Унда бына нимәләр яҙылғайны.
«XXII быуат башы… Яңы ҡоролмалар менән тулған ҡала урамы буйлап китеп барам. Тирә-яҡ моңһоу. Тегеләй-былай машиналар геү килә. Торбаларҙан сыҡҡан ҡалдыҡ газдар һауаға тарала. Ҡотһоҙ саңлы ел иҫә, ул ҡайҙа барырға белмәй, ҡатлы йорттарға һуғыла ла, кире килә, мәғәнәһеҙ ҡотороуын дауам итә. Бер мәл дығырлатып пластмасса шешәне үҙ ыңғайына алып китте. Юлда ятҡан кәнфит ҡағыҙы, тәмәке төпсөгө кеүек сүп-сар ҙа уларға эйәрҙе. Ҡарап тороуы шомло ине. «Ҡайҙа бара был донъя? Бөтә ер сүп-сарға батып бара бит», – тип уйландым. Күңелемә тыныслыҡ эҙләп, ҡарашымды күккә төбәнем. Ләкин мин көткән сафлыҡ, асыҡ зәңгәр күк урынына һауаны заводтарҙың бысраҡ төтөнө баҫып алған. Ҡараңғылыҡ. Шомло. Фабри­каларҙан сыҡҡан ҡуйы ҡара бөҙрә төтөн һаман күккә ағыла. Яҡты ҡояшты үҙендә балҡытып торған сикһеҙ күк йөҙөнөң эҙе лә юҡ.
Янымдан ғына ашығып, биттәренә битлек кейгән әсә менән бала етәкләшеп үтте. Күрәһең, был уларҙың зарарлы һауанан һаҡланыу сараһылыр. Былай барһа, Ер йөҙө күп тә тормай ысын тамуҡҡа әйләнәсәк бит! Күңелемде һағыш биләп алды. Нимә уйлар­ға ла белмәй, урамдар буйлап артҡа сигендем.
Ауыр ысынбарлыҡ өҫкә баҫып килгәндәй. Үҙем дә һиҙмәйенсә йылға буйына барып сыҡтым. Ҡараһам, үҙ күҙҙәремә ышанмай торам. Әүәлгесә бары йылға ғына саф килеш ялтырап, сылтырап ағып ята. «Исмаһам, бында кеше ҡулы теймәгән икән!» – тип һөйөнөп ҡуйҙым, күҙҙәремдә шатлыҡ йәштәре күренде.
Тик яҡыныраҡ килгәс һөйөнөсөм һыпырып алғандай юҡҡа сыҡты. Йылғаның аръяғында ҙур завод ултыра. Уның бысраҡ төтөнө һауаға таратылһа, ҡалдыҡтары йылғаға ағып тора. Ә һыу өҫтөн билдәһеҙ шыйыҡлыҡ ҡаплаған, шул алыҫтан ялтырап күренә икән.
Эх, ерҙә тереклек дауам итһен өсөн шарттар көндән-көн кәмей бит! Эсәр һыуыбыҙ бысрай, һулар һауабыҙҙы зарарлы төтөн ҡыҫырыҡлай. Тирә-йүндәге йәшеллек көндән-көн бөтөп бара. Улар урынын хәҙер ҡатлы-ҡатлы йорттар, завод-фабрикалар биләй. Ҡоштарҙың рәхәтләнеп зәңгәр күкте иңләп осоуын күреү һирәк күренеш, хатта ҡояш та көндән-көн һүрәнәйә барған кеүек. Һыуыҡ… Ҡараңғы… Ҡурҡыныс… Ярҙам итееегеҙ! Бөтәһе лә – һеҙҙең ҡулда. Киләсәкте үҙгәртегеҙ…»
Ҡағыҙ тотҡан ҡулым дер-дер килә. Йөрәк тибешем йышайғандан-йышая. Һауа етмәй башланы. Билдәһеҙ кешенең киләсәктән килгән хаты өҫтөмә таш ҡая кеүек ауҙарылды.
Ипләп кенә башымды ҡалҡытам. Ҡояш баяғыса нурҙарын ихлас тарата, балаларҙың да бәхетле тауыштары ишетелә, мине тыныс­ландырырға теләгәндәй, ҡоштар ҙа һайрауын көсәйтте. Ваҡыт бер аҙ туҡталып торғандай булды. Башымдан бер-бер артлы уйҙар йүгерҙе. Юҡ! Был матурлыҡ юҡҡа сығырға тейеш түгел! Ә нимә эшләргә һуң? Тәүге яуап, әлбиттә, һаҡларға кәрәк. Ер шары ундай ҡот осҡос, йәлләткес хәлдә ҡалырға тейеш түгел. Тәбиғәт именлеге кеше тәртибенән башлана. Яҙ етеп, ер ҡарҙан асылыу менән бар халыҡ тәбиғәт ҡосағына ағыла. Ошонда уҡ, кешеләр, иғтибарлы булып, үҙегеҙҙең артығыҙҙан йыйыштырһағыҙ ине… Сүп-сар ятып ҡала, усаҡтар яҡшылап һүндерелмәү сәбәпле янғындар йышая. Ә урман яныуҙан күпме тереклек юҡҡа сыға?! Күпме хайуан зыян күрә? Беҙ бөтәбеҙ ҙә тәбиғәт балаһы бит! Тәбиғәттең беҙгә йәне көймәй тиһегеҙме? Үҙе бар иткән балаһы Ер-әсәгә битараф ҡарашта…
Мин дә бер күренешкә шаһит булдым. Тыныс бер көн. Кибет эргәһенән үтеп барам. Уның тупһаһы сүп-сар менән тулғайны. Ҡапыл күҙ алдында ҙур өйөрмә килеп сыҡты ла, барлыҡ ҡыйҙы үҙ түңәрәге эсенә алып, әллә күпме өйрөлткәс, шомло тауыш менән ергә бәрҙе. Был тәбиғәттең дә ҡайғырыуын һәм беҙҙең вайымһыҙлыҡҡа битараф булмауын күрһәтә. Әле бер, әле икенсе урында халҡыбыҙҙың тәбиғәттән зыян күреүен нисек аңларға һуң? Йорт ҡыйыҡтарын алып ырғытҡан көслө дауылдар, бер туҡтауһыҙ ямғыр яуып, ихаталарҙың, хатта машиналарҙың һыу аҫтында ҡалыуы, ә икенсе урындағы ҡоролоҡ! Был күренештәргә ниндәй аңлатма табырға? Тәбиғәт тә бит бары кеше арҡаһында ғына зыян күрә. Ә уны аңлы кешеләр генә ҡотҡара ала.
Бөйөк шағирҙар, яҙыусылар ҙа әҫәрҙәрендә экология проблемаларын йыш күтәрә. Ноғман Мусиндың әҫәрҙәре, Рауил Бикбаевтың «Һыуһаным, һыуҙар бирегеҙ!» поэмаһы ла халыҡты ғәмһеҙлек йоҡоһонан уянырға саҡыра. Бәхетле киләсәгебеҙ өсөн бергәләп тырышайыҡ, уяу булайыҡ, халҡым!
Эйе, тәбиғәткә ҡарата битараф булмағандар ҙа бар. Был үҙе үк яҡты киләсәккә өмөт уята. Үткән йыл Башҡортостанда Экология йылы тип иғлан ителде. Исемле йылда кесеһенән алып олоһона тиклем барыһы ла өмәләрҙә ҡатнашты. Йылға-шишмәләр, тау битләүҙәре, урамдар таҙартылды. Әлбиттә, Ер-әсәгә бары Экология йылында ғына ярҙам итеү дөрөҫ түгел, быйыл да, киләсәктә лә тәбиғәткә ҡарата иғтибарлы булырға кәрәк. Үҙ бәхетебеҙҙе үҙебеҙ аяҡ аҫтына һалып тапамайыҡ. Хатта яҙылған кеүек ҡурҡыныс көндәр беҙгә килергә тейеш түгел. Үҙебеҙҙе уратып алған ерҙе һәм мөхитте таҙа тоторға, уны һаҡларға хәлебеҙҙән килә бит! Тәбиғәт юҡҡа сыҡһа, кешелек тә юҡҡа сығасаҡ. Был ауыр, әммә дөрөҫ ысынбарлыҡ. Ғәмһеҙлек йоҡоһонан уянырға ваҡыт!

Яҙгөл ҒӘЛИМЙӘНОВА,
11-се класс уҡыусыһы.
Баймаҡ районы,







Комментарий өҫтәргә


Информация

Комментировать статьи на сайте возможно только в течении 14 дней со дня публикации.


Вернуться назад


Оҡшаш яңылыҡтар



Йәштәр, ауылды ташламайыҡ!

06.11.2018 - Булат Солтангәрәев исемендәге республика премияһы » Яңылыҡтар таҫмаһы Йәштәр, ауылды ташламайыҡ!


Йәштәр, алға! Ижади бәйгегә!

29.10.2018 - Яңылыҡтар таҫмаһы » Булат Солтангәрәев исемендәге республика премияһы Йәштәр, алға! Ижади бәйгегә!


Тырыштар уңышҡа өлгәште

05.06.2018 - Булат Солтангәрәев исемендәге республика премияһы » Яңылыҡтар таҫмаһы Тырыштар уңышҡа өлгәште


Йомғаҡ яһалды. Алда – бүләкләү!

23.05.2018 - Булат Солтангәрәев исемендәге республика премияһы » Яңылыҡтар таҫмаһы Йомғаҡ яһалды. Алда – бүләкләү!


Аҙашмайыҡ болан балаһылай

18.05.2018 - Булат Солтангәрәев исемендәге республика премияһы Аҙашмайыҡ болан балаһылай


Мең яманға баш булғансы, бер яҡшыға ҡуш бул

18.05.2018 - Булат Солтангәрәев исемендәге республика премияһы Мең яманға баш булғансы, бер яҡшыға ҡуш бул


«Халҡым» тип янып йәшәйек!

11.05.2018 - Булат Солтангәрәев исемендәге республика премияһы «Халҡым» тип янып йәшәйек!


Ике Ситдыҡлы өй

11.05.2018 - Булат Солтангәрәев исемендәге республика премияһы Ике Ситдыҡлы өй


Изгелек ерҙә ятып  ҡалмаҫ

10.05.2018 - Булат Солтангәрәев исемендәге республика премияһы Изгелек ерҙә ятып ҡалмаҫ


Илеңдең кәрәкле  кешеһе булыу – ҙур бәхет!

10.05.2018 - Булат Солтангәрәев исемендәге республика премияһы Илеңдең кәрәкле кешеһе булыу – ҙур бәхет!


Күңел матурлығы сәхифә  матурлығынан өҫтөнөрәк!

10.05.2018 - Булат Солтангәрәев исемендәге республика премияһы Күңел матурлығы сәхифә матурлығынан өҫтөнөрәк!


Телебеҙ киләсәге – беҙҙең ҡулда!

10.05.2018 - Булат Солтангәрәев исемендәге республика премияһы Телебеҙ киләсәге – беҙҙең ҡулда!