RSS-подписка facebook facebook Вконтакте Вконтакте

25.04.2015 Сихри гөлдө – башҡорт телен ҡоротмайыҡ!

Туған тел! Әсәм теле! Ошо тәү ҡарамаҡҡа бик ябай ғына һымаҡ, әммә донъяла иң бөйөк, иң ғәзиз, иң изге һүҙҙәрҙе тел ярҙамында әйтеп бирәбеҙ. Яңы донъяға килгән сабый ҙа беренсе һүҙен әсә телендә әйтә, уй-хистәрен туған телен­дә һөйләй. Туған тел ул әсәй кеүек яғымлы, ярҙамсыл. Ул сабыйҙы матур донъяға алып инә, донъяның тылсымлы, сихри яҡтарын аса. Туған телем – башҡорт телем! Һинең матур яңғырашлы һүҙҙәреңә ғашиҡмын. Һин – донъяның алтын асҡысы. Оло ишекте асып ингән һайын, уның байлығына күберәк инанам. Туған телемә булған рәхмәтем икһеҙ-сикһеҙ! Һинең ярҙамыңда аҡты – ҡаранан, яманды яҡшынан айырырға өйрәндем. Мин һинең менән бик ғорурланам!
Башҡорт халҡы бик бай тарихлы. Күп һынауҙар аша үткән, ләкин дошман алдында башын эймәгән, ғорур ҡалған.
Бөгөн туған телем яҡлауға мохтаж. Мәктәптәрҙә тел дәрестәре һаны кәметелә, китаптар, журнал-гәзит бик әҙ данала сыға. Күп ата-әсә балаларын рус телендә һөйләшергә өйрәтә. Телде ғаилә һаҡлай. Был – бөтәбеҙгә лә аңлашылған ябай төшөнсә. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, күбеһе тел өйрәнеүҙе, белеүҙе һаман да балалар баҡсаһына, мәктәпкә йөкмәтеп маташа. Йыш ҡына күҙәткәнем бар: уҡытыусы бала менән саф башҡортса һөйләшә, ә атай-әсәй, хатта олатай-өләсәй, шунда уҡ балаға русса өндәшә. Туған телебеҙгә ҡарата вайымһыҙлыҡ күрһәтәбеҙ түгелме һуң? Ә бына мәҫәлән, йәһүдтәр үле тел тип һаналған, диндә генә ҡулланылған ивритты дәүләт теленә әйләндерҙе, камиллаштырҙы.
Ә иң әрнеткәне – ғаиләлә һәм балаларҙа башҡорт матбуғатын, китаптарын уҡыу ғәҙәте самалы. Минеңсә, ул кескәй саҡтан уҡ күңел ихтыяжына әйләнергә тейеш.
Күҙ алдына килтерәйек, Салауат батырыбыҙ, Шәйехзада Бабичыбыҙ, Зәки Вәлидиебеҙ, Аҡмуллабыҙ әлеге заманда йәшәһә, ошондай бай китаптарға, гәзит-журналға ҡыуанып бөтә алмаҫ ине! Ни өсөн уларҙың исемен ғорурлыҡ менән хәтерҙә һаҡлаған тел һаҡлаусы, үҫтереүсе, байытыусы баҫмаларҙы алдырмайбыҙ? Ерен, телен, милли асылын һаҡлау өсөн меңәрләп яуҙар­ҙа һәләк булған, язалап үлтерелгән, яндырылған башҡорттарҙың рухына ҡарата енәйәт ҡылыу менән бәрәбәр бит был!
Фатирын, бөтә милкен һатып, аҡсаһын шикле финанс пирамидаларына һалып отолған кешегә беҙ нисек ҡарайбыҙ? Уны ниндәй генә мыҫҡыллы һүҙҙәр менән әрләмәйбеҙ? Ә ниңә туған тел кеүек байлыҡтан үҙен һәм балаларын мәхрүм иткәндәргә шундай уҡ мөнәсәбәттә түгелбеҙ һуң?
Урамда кескәй генә баланың ауыҙ тултырып: “Әсәй, атай!” – тип тәтелдәүе һөйөнөслө. Әммә ул сит мөхиткә эләккәс, башлана ла инде һынау­ҙар. Был күренеш үҙебеҙҙең битарафлыҡтан килә.
Үҫмерҙе яҡшы атай-әсәй тәмәке тартыуҙан да, башҡа насар холоҡтарҙан да тыя. Баланы ҡырҡ яҡтан тыйыу – тәрбиә нигеҙе. Ә ни өсөн башҡортса һөйләшергә кәрәклеге тураһында, “папа, мама” тип әйтергә тейеш түгеллеген ике йәштән үк аңлатмаҫҡа, ят мөхиттең йоғонтоһонан тыймаҫҡа? Тимәк, тел таҙалығы, байлығы өсөн көрәш, балаңа ошо оло хазинаны мираҫ итеп ҡалдырыу – ул бөтә алдынғы ҡарашлы кешеләрҙең бурысы.
Башҡорт телем – халҡыбыҙҙың тарих баҡсаһында ултырған матур, йөҙйәшәр, бөтә ергә нур һибеп ултырған гөл ул. Ҡоротмайыҡ уны. Ел-дауылдарҙан үҙебеҙҙең күңел йылыһы менән һаҡлайыҡ, яҡлайыҡ, терелтәйек, дуҫтар!

Лилианна ӘҒЗӘМОВА,
Учалы районы Ураҙ ауылы лицейының
10-сы класс уҡыусыһы.







Комментарий өҫтәргә


Информация

Комментировать статьи на сайте возможно только в течении 14 дней со дня публикации.


Вернуться назад


Оҡшаш яңылыҡтар



Йәштәр, ауылды ташламайыҡ!

06.11.2018 - Булат Солтангәрәев исемендәге республика премияһы » Яңылыҡтар таҫмаһы Йәштәр, ауылды ташламайыҡ!


Йәштәр, алға! Ижади бәйгегә!

29.10.2018 - Яңылыҡтар таҫмаһы » Булат Солтангәрәев исемендәге республика премияһы Йәштәр, алға! Ижади бәйгегә!


Тырыштар уңышҡа өлгәште

05.06.2018 - Булат Солтангәрәев исемендәге республика премияһы » Яңылыҡтар таҫмаһы Тырыштар уңышҡа өлгәште


Йомғаҡ яһалды. Алда – бүләкләү!

23.05.2018 - Булат Солтангәрәев исемендәге республика премияһы » Яңылыҡтар таҫмаһы Йомғаҡ яһалды. Алда – бүләкләү!


Аҙашмайыҡ болан балаһылай

18.05.2018 - Булат Солтангәрәев исемендәге республика премияһы Аҙашмайыҡ болан балаһылай


Мең яманға баш булғансы, бер яҡшыға ҡуш бул

18.05.2018 - Булат Солтангәрәев исемендәге республика премияһы Мең яманға баш булғансы, бер яҡшыға ҡуш бул


«Халҡым» тип янып йәшәйек!

11.05.2018 - Булат Солтангәрәев исемендәге республика премияһы «Халҡым» тип янып йәшәйек!


Ике Ситдыҡлы өй

11.05.2018 - Булат Солтангәрәев исемендәге республика премияһы Ике Ситдыҡлы өй


Изгелек ерҙә ятып  ҡалмаҫ

10.05.2018 - Булат Солтангәрәев исемендәге республика премияһы Изгелек ерҙә ятып ҡалмаҫ


Илеңдең кәрәкле  кешеһе булыу – ҙур бәхет!

10.05.2018 - Булат Солтангәрәев исемендәге республика премияһы Илеңдең кәрәкле кешеһе булыу – ҙур бәхет!


Күңел матурлығы сәхифә  матурлығынан өҫтөнөрәк!

10.05.2018 - Булат Солтангәрәев исемендәге республика премияһы Күңел матурлығы сәхифә матурлығынан өҫтөнөрәк!


Телебеҙ киләсәге – беҙҙең ҡулда!

10.05.2018 - Булат Солтангәрәев исемендәге республика премияһы Телебеҙ киләсәге – беҙҙең ҡулда!