«Йәшлек» гәзите » Бөйөк Еңеүгә 71 йыл » Ғүмере – үҙе бер тарих



30.10.2010 Ғүмере – үҙе бер тарих

Олатайым 1901 йылдың 27 июнендә Һөләймән ауылында тыуған. Уға ете ай булғанда атаһы 33 йәшендә генә үлеп китә. Әсәһе итәгендә унан башҡа ике бала һәм ярҙам­ға мохтаж өләсәһе ҡала. Кеше бар нәмәне лә хәтерендә тота алмай, әммә аслыҡ уның хәтерендә юйылмаҫлыҡ эҙ ҡалдыра.
Әсәһе һис эштән бушамай. Уны тик бер уй борсой – нисек тә булһа балаларының тамағын туйҙырырға. Төндәрен асығып уянғанда әсәһе уларҙы: «Бына тиҙҙән үҫеп етерһегеҙ, һәм өҫтәлегеҙҙә икмәк булыр. Ә хәҙергә түҙергә кәрәк», – тип йыуата. Уҡыу тураһында башҡа ла килтереү мөмкин булмай. Үҫә төшкәс, Һаҙый әсәһенә ярҙам итә башлай. Оҙаҡламай ауылда, батшаны төшөрәләр, ярлылар үҙҙәре бөтә нәмәгә хужа буласаҡ, тигән хәбәр йөрөй башлай. Олатайым был көндәр килерен түҙемһеҙлек менән көтә, һәм, ниһайәт, ярлы-ябағаның хыялы тормошҡа аша. Был мәлдә уға 16 йәш була.
18 йәшендә күрше Әбдрәхим ауылынан 17 йәшлек Мәрхәбә Фәтҡуллинаға бер күреүҙә ғашиҡ була. Өләсәйем дә атайһыҙ үҫкән, ауырлыҡтарҙы күп татырға тура килгән, ләкин бер ваҡытта ла бөгөлөп төшмәгән.
1921 йылда илгә аяуһыҙ ҡоролоҡ килә, тиф эпидемияһы тарала. Ошо ауыр заманда йәш ҡатынын, бәләкәс улын һәм әсәһен ҡалдырып, олатайым ҡыҙыл Армияға хеҙмәткә китә. Уны 65-се кавалерия полкына алалар. С. Буденный һалдаттарҙы үҙе һайлап ала. Кавалерист Урта Азия юлдарын арҡырыһы-буйына йөрөп сыға. «Тажикстанға ҡарлы тау аша киттек, шул тауҙы тәүлектән ашыу сыҡтыҡ. Тауҙа – тәрән ҡар, ә аҫта – эҫе. Эсергә һыу юҡ, һыу аҙ ғына аға. Аттан төшөп, эсһәк, ул тоҙло. Бер йылғаға килеп сыҡтыҡ. Аттар ҙа эсә, беҙ ҙә эсәбеҙ. Командирҙар, эсмәҫкә, тип ҡысҡыра. Шул ваҡыт баҫмасыларға ҡаршы һуғыш башланды. ҡылысҡа ҡылыс менән барғанда бер ни ҙә белмәйһең. «Ура!» ҡысҡырып, тик алға барабыҙ. 25 һалдаттан алты һалдат, бер командир ғына тере ҡалдыҡ. Үҙемә бирелгән шәкәремде гел атыма ашата торғайным, сөнки аттар хәлһеҙ, ә беҙгә шәп аттар кәрәк ине», – тип яҙған ул көндәлегендә.
Һуғыштан һуң өйөнә әйләнеп ҡайтҡанда тәүге улы Нәбиулла бер ай элек кенә үлгән була. 1930 йылда олатайым колхоз­ға инә һәм бригадир, келәт мөдире булып эшләй. 1935 йылда Ярыҫтауға алты айлыҡ шоферҙар курсына уҡырға ебәрәләр. Беренсе тапҡыр машина руленә ултырғанда уның шатлығының сиге булмай. 1937 йылда шофер булып эшләй башлай. Колхозда ла эштәр әкренләп яйға һалына. Йәштәргә ҡыуанып ҡына йәшәргә ине лә бит. Әммә тағы һуғыш башлана. 1941 йылдың 15 сентябрендә үҙенең машинаһы менән фронтҡа китә. Уның башында бер генә уй: бәләкәй дүрт бала һәм әсәһе менән ҡатыны нисек йәшәр? Әммә ул ҡатынының күҙҙәрендә, нисек тә булһа йәшәрбеҙ, тик һин генә иҫән-һау әйләнеп ҡайт, тигән өмөт сатҡыларын күрә.
1942 – 1943 йылдарҙың ҡышында олатайым Сталинградта һуғыша. Фашис­тарҙы Германияға тиклем ҡыуып бара. Өйөнә 1946 йылдың 20 ғинуарында ҡайтып инә. Ошо көндән 1957 йылға тиклем «Нуриман» колхозында бригадир, келәт мөдире, 1957 йылдан 1966 йылға тиклем ферма мөдире булып эшләй. 1966 йылда хаҡлы ялға китә. Олатайым ғүмер бу­йына коммунист бул­ды. Өләсәйем менән Нәбиулла, Мәғәфиә, Сәтиғә, Хәйбулла, Энгел, Рәбиға, Фло­рида исемле балаларға ғүмер бирәләр. Флорида апайым атай йортоноң нигеҙен ташламай, шунда донъя көтә. Ул йортҡа барып ингән һайын олатайым менән өләсәйем ҡаршы алыр кеүек.
Олатайым менән өләсәйемде донъя­лағы иң өлгөлө ғаилә тип әйтер инем. Уларҙың бер ваҡытта ла эскәнен, әрләшкәнен, олатайымдың тәмәке тартҡанын күрмәнем. Беҙ уларға барған саҡта баҡсаларына сығып ҡаршылап, ҡайтҡан ваҡытта Йонос күренгәнсе оҙатып ҡуялар ине. Ғүмер буйына мал ҡарап, емеш-еләк үҫтереп, бал ҡорто аҫрап йәшәнеләр. Өләсәйемдең ҡабарып бешкән икмәге, бауырһағы, көршәктә бешергән баланы, ҡаҙанда бешкән ашы, өҫтәлдә һәр саҡ ҡайнап ултырған самауыры һаман да күҙ алдымда, сәйенең, аш-һыуының тәме тел осомда. 72 йыл бергә ғүмер итеп, улар икеһе лә 91 йәштәрендә вафат булды. Тыныс йоҡлағыҙ, олатай, өләсәй. Ятҡан урынығыҙ ожмахта булһын. Һеҙҙе беҙ бер ваҡытта ла онотмаҫбыҙ.

Сәриә ТАҺИРОВА.
Мәсетле районы,
Әбдрәхим ауылы.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға