«Йәшлек» гәзите » Бөйөк Еңеүгә 71 йыл » Әҙәбиәт » Олатай иҫтәлеге



22.06.2018 Олатай иҫтәлеге

Олатай иҫтәлеге
Был шиғырымды Ленинград өсөн яуҙа башын һалған олатайым, 371-се уҡсылар полкы яугиры Һиҙиәт Хәйрулла улы Вәлишиндың яҡты иҫтәлегенә арнайым. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, уның ике улына аталарының төҫө булып фотоһүрәте лә ҡалмай. «Үлем» хәбәрендә ерләнгән урыны ла дөрөҫ яҙылмаған була. Быны беҙ күптән түгел генә асыҡланыҡ. Өләсәйем Ғәйникамал Ноғоман ҡыҙы Вәлишина балаларының атаһын һуңғы һулышынаса көттө.

Туғыҙ йәшлек инде Нуруллаһы,
Ғәтиәткә алты ай ни бары.
Ике бөркөт баҡҡан ғаиләнең
Улдарында ине уйҙары.

Хыялланды улар күрергә
Улдарының үҫеп еткәнен.
Төпсөктәре тәпәй баҫҡанында
Өлкәненең ҡурай тотҡанын.

Тик һүнде шул яҡты өмөттәр,
Дошман килгәс илгә яу булып,
Ҡулға ҡорал алды ир-егеттәр –
Башҡайҙары кемдең һау булыр?

Атаһынан берсә алға сығып,
Сат йәбешкәс берсә илаулап,
Мин ҡайтырмын, берүк
илама, тип
Атай кеше улын йыуатҡан.

Күпме улан шулай көтөп ҡалған
Ғәзиздәре кире ҡайтаһын!
Тик атаһы күҙҙән юғалғас,
Шығырлаған ауыл ҡапҡаһы.

Ә алда тик ҡамауҙарҙы еңеү –
Мөмкин түгел һис тә сигенеү!
Мәскәү менән Ленинградты
даулай
Ирмен тигән ирҙең зиһене!

Һуңғы яуға ингән ир-егеттең
Йөрәгендә булыр Ватаны!
Һөйгәне һәм уландары өсөн
Йәлләмәйсә ҡойҙо ул ҡанын.

Ә алыҫта инде йәй ҙә түгел,
Һары көҙҙөң һәр бер көнөндә
Изге хәбәр көттө ғаиләләр,
Өндә генә түгел, төшөндә!

Тик Невала һалҡын елдәр иҫте,
Яуыз дошман йөрәк өшөттө.
Эй тырышты һаҡсылары илдең
Һүндермәҫкә изге өмөттө!
...Шлиссельбургтан алыҫ түгел
Бер ауыл бар – Липки исеме...
Ҡайғы хәбәре унан килгән саҡта
Әллә иртә, әллә кис ине...

«Шунда һәләк булды яҡынығыҙ –
Юғалттыҡ беҙ мәргән уҡсыны!»
Ғүмер буйы уны уландары,
Аҙаҡ ейәндәре юҡһыныр!

Ә әлегә Еңеү көнө алыҫ –
Теште ҡыҫып күпме түҙәһе!
Ир ҡорона ингән малайҙарҙың
Бар ине лә яйлап үҫәһе!

Бар ине лә ҡолонсаҡтай сабып,
Йәшел туғайҙарҙы гиҙәһе!
Тик ҡәһәрле һуғыш тәнәйҙәрҙең
Яҡты хыялдарын түңкәрҙе.

Түңкәрҙе лә эшкә егеп ҡуйҙы –
Һыйыр егеп иген игергә.
Илде баҫып ингән дошманды
Эй тырышты улар еңергә!
Еңеү көнө килгәс, етемһерәп,
Юлдан күҙ ҙә алмай малайҙар,
Аталарын көттө тилмерешеп,
Һис ышанмай ҡара хәбәргә!

Өҙгөләнде әсә йөрәге лә,
Баҫа алмай сабый хәсрәтен!
Уландарға атай төҫө булып,
Ҡалмаған бит хатта һүрәте!

Етем ҡалған һуғыш балалары,
Мәхрүм булып «атай» һүҙенән,
Сыныҡҡандар тормош
һуҡмағында,
Ауырлыҡтың ҡарап күҙенә.

Инде атай үҙе Нурулла ла,
Ғәтиәттең үҫә ҡыҙҙары.
Һөрөм тартмай зәңгәр
күктәрҙе лә,
Алһыу таңдар ата ҡыҙарып.

Тик бер нәмә генә тынғы бирмәй –
Ҡайҙа икән атай ҡәбере?!
Һуңғы һулыш алған һалдатҡа
Кем күрһәтте икән ҡәҙерҙе?

«Липки» түгел, «Лапки»
тигән яҙыу
Булғанғамы «ҡара ҡағыҙ»ҙа,
Яугир ирҙең һуңғы төйәген
Насип булмай һис тә табырға!

Имеш, һуғыш бөткәс, был
ерҙәрҙә
Үҫтерәләр картуф баҡсаһы...
Яугир һөйәктәре ятҡан ергә
Кемдәр генә ҡыйып баҫалыр?!

Күмгән тиҙәр был урынды хәҙер
Шул баҡсаның бейек үләне!
Иҫләр әле, иҫләр Ленинград
Уның өсөн яуҙа үлгәнде!

Уландарҙан ҡала ейәндәрҙең
Йөрәктәре һыҙлап янғанды!
Яугирҙарҙың изге ҡаны һаман
Ысыҡ булып ергә тамғанды!

Онотмағыҙ, зинһар, эй,
кешеләр,
Онотмағыҙ илдең батырын!
Ғамзатовтың торналары булып
Изге йәндәр ергә ҡайтырын!

Гөлдәриә ЙОСОПОВА,
тележурналист, РФ һәм БР Журналистар союзы ағзаһы, Башҡортостандың атҡаҙанған
матбуғат һәм киң мәғлүмәт
хеҙмәткәре.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға