RSS-подписка facebook facebook Вконтакте Вконтакте

05.10.2010 Ҡорос йөрәкле Зарипов

Һүҙгә һаран донесениелар, ғәҙәттә, бай мәғлүмәтле була. Бына улар.
«1943 йылдың 5 июлендә Прохоровка ауылы янында башлан­ған һуғышта, – тип яҙыла 430-сы гаубица-артиллерия полкы тарихында, – расчет командиры сержант Зарипов дошмандың һөжүмен 12 тапҡыр кире ҡаҡты. 40 танк һөжүмгә килгәндә орудиеның накаты зарар күрҙе. Шуға ҡарамаҫтан, Зарипов снаряд артынан снаряд ебәреүен дауам итте һәм бер танкыны туҡтатты. Унан – икенсеһен. Башҡалары ситкә боролоп ҡотолдо. Ләкин бер аҙҙан тағы ике танк һәм десант килеүе күренде. Яҡын килгәнен көтөп, Зарипов расчеты уларҙы ла туҡтатты».
«...Көнбайыш Украинаның Винница ҡалаһы өсөн барған һуғышта, – тип башлана 623-сө артиллерия полкы командиры яҙған икенсе бер яҙмала, сержант Зариповтың орудие расчеты дошмандың 7 ут нөктәһен, күп тере көсөн ҡыйратты, ә Чертков ҡалаһы янында дүрт ут нөктәһен һәм 35 кешеһен көлгә осорҙо. Зарипов – артиллерия уты оҫтаһы, ҡыйыу һәм батыр яугир»...
... Тернополь ҡалаһы янында беҙҙең егеттәрҙе немец автоматсылары ҡамай башлай. Аранан кемдер: «Бөттө баш...» – тип әйтә һала. «Рус, сдавайсь, рус капут!» һүҙҙәре яҡшыраҡ ишетелә. Ләкин Зарипов һалҡын ҡанлы. Һәм баш һелкеүе була, дошмандарҙың өҫтөнә бер нисә граната барып төшә.
Яуҙаштары Зиннур Зариповты «ҡорос йөрәкле» тип һоҡлана. Расчетта ни бары икәү ҡалғанда ла, дошман танкыларына ҡаршы аҡыл иҫәбе менән ҡаршы тора ул.
Яҡташыбыҙҙың һуғыш батырлыҡтары тураһында һаҡланған яҙмаларын календарь битендә ҡабатлау мөмкин түгел. Ҡыҫҡаһы, Зиннур Зарипов һуғышты Дан орденының тулы кавалеры булып тамамлай. Тыуған ауылы Түбәнге Әлкәшкә (Дүртөйлө районы) ҡайтып, колхозда етәксе вазифаларҙа эшләп, бәхетле ҡартлыҡ кисерә.

Фәрит ВАХИТОВ.







Комментарий өҫтәргә


Информация

Комментировать статьи на сайте возможно только в течении 14 дней со дня публикации.


Вернуться назад


Оҡшаш яңылыҡтар



Олатай иҫтәлеге

22.06.2018 - Бөйөк Еңеүгә 71 йыл » Әҙәбиәт Олатай иҫтәлеге


Әсләм шишмәһе

26.05.2018 - Бөйөк Еңеүгә 71 йыл Әсләм шишмәһе


Ҡайҙа ғына бармай, ниҙәр күрмәй...

09.05.2018 - Бөйөк Еңеүгә 71 йыл Ҡайҙа ғына бармай, ниҙәр күрмәй...


«Үлемһеҙ полк»  саҡыра

03.05.2018 - Яңылыҡтар таҫмаһы » Бөйөк Еңеүгә 71 йыл «Үлемһеҙ полк» саҡыра


Исеме ташҡа уйып яҙылған

27.06.2016 - Бөйөк Еңеүгә 71 йыл Исеме ташҡа уйып яҙылған


Яҙмыштарында – ил  тарихы

20.05.2016 - Бөйөк Еңеүгә 71 йыл Яҙмыштарында – ил тарихы


“Хәтер –  мәңгелек”

13.05.2016 - Бөйөк Еңеүгә 71 йыл » Мәҙәниәт һәм сәнғәт “Хәтер – мәңгелек”


"Һуғыш балалары - тарих яралары"

12.05.2016 - Бөйөк Еңеүгә 71 йыл "Һуғыш балалары - тарих яралары"


Журналистар картуф ултыртты

12.05.2016 - Бөйөк Еңеүгә 71 йыл Журналистар картуф ултыртты


Иң бөйөк көндө көтә Йәнгир улы Рәис

10.05.2016 - Бөйөк Еңеүгә 71 йыл Иң бөйөк көндө көтә Йәнгир улы Рәис


Журналистар уларҙы онотмай

10.05.2016 - Бөйөк Еңеүгә 71 йыл Журналистар уларҙы онотмай


Һуңғы өмөтөгөҙ һүнмәһен!

10.05.2016 - Бөйөк Еңеүгә 71 йыл » Махсус биттәр Һуңғы өмөтөгөҙ һүнмәһен!