RSS-подписка facebook facebook Вконтакте Вконтакте
» » » АТАЙЫМДЫҢ ҠӘБЕРЕН ЭҘЛӘЙЕМ

07.09.2010 АТАЙЫМДЫҢ ҠӘБЕРЕН ЭҘЛӘЙЕМ

Һаумыһығыҙ, «Йәшлек» гәзите редакцияһы!
«Яҡындарыбыҙҙы иҫкә алайыҡ» тигән мәҡәләне уҡығас, һеҙгә хат яҙырға булдым. Ҡайҙа, кем аша атайымдың ҡәберен табырға, тигән һорау мине күптән борсой. Атайым 1909 йылда элекке Матрай районының Ишбулды ауылында (Ҡашҡар ауыл советы) тыуған.
Совет армияһында Украинала кавалерист булып хеҙмәт итеп ҡайта. Ҡәһәрле һуғыш башланғас, 1941 йылдың 6 авгусында уны ил һаҡларға алып та китәләр. Ул Матрай РВК-һынан саҡырылған, 172-се кавалеристар полкының 1-се гвардия кавалеристар корпусында ҡылыссы, рядовой булған. 1942 йылдың 13 ғинуарында Смоленск өлкәһенең Макаровка ауылында туғандар ҡәберендә ерләнгән. Эҙәрмәндәр шул ҡәберҙе таба алмаҫмы икән? Атайымдың исеме шундағы исемлектә юҡмы икән? Уны эҙләрлек туғаным да юҡ.
Миңә 75 йәш. Еңеүҙең 65 йыллығына һуғыш тураһында күп һөйләнеләр, күп күрһәттеләр. Ошо 172-се кавалерия полкы тураһында бер ерҙә лә бер нәмә лә ишетмәнем. Фашистарға ҡаршы яуға ҡылыс менән генә инеп, бөтәһе лә үлеп бөткәнме икән ни? Бер кем дә, бер тапҡыр ҙа 172-се кавалерия полкы тураһында телгә лә алмай. Башҡорт атлылар дивизияһы бит 1942 йылдың февралендә һуғышҡа китә, ә был 172-се полктың һалдаттары үлгән булып сыға.
Элекке Матрай районының Яманһаҙ ауылында 109-сы ат заводы була. Атайымдарҙы, 15 – 20 кавалеристы, аттарына аҡ ябыуҙар ябып, һыбай – Сара станцияһына, унан, вагондарға тейәп, Алкинға (Әлкәгә) оҙаталар.
Әсәйемә пенсия юлларға биргән извещениеның күсермәһен һалам (ул мәрхүмә инде).
Шәмсинур НӘҘЕРҒОЛОВА.







Комментарий өҫтәргә


Информация

Комментировать статьи на сайте возможно только в течении 14 дней со дня публикации.


Вернуться назад


Оҡшаш яңылыҡтар



Олатай иҫтәлеге

22.06.2018 - Бөйөк Еңеүгә 71 йыл » Әҙәбиәт Олатай иҫтәлеге


Әсләм шишмәһе

26.05.2018 - Бөйөк Еңеүгә 71 йыл Әсләм шишмәһе


Ҡайҙа ғына бармай, ниҙәр күрмәй...

09.05.2018 - Бөйөк Еңеүгә 71 йыл Ҡайҙа ғына бармай, ниҙәр күрмәй...


«Үлемһеҙ полк»  саҡыра

03.05.2018 - Яңылыҡтар таҫмаһы » Бөйөк Еңеүгә 71 йыл «Үлемһеҙ полк» саҡыра


Исеме ташҡа уйып яҙылған

27.06.2016 - Бөйөк Еңеүгә 71 йыл Исеме ташҡа уйып яҙылған


Яҙмыштарында – ил  тарихы

20.05.2016 - Бөйөк Еңеүгә 71 йыл Яҙмыштарында – ил тарихы


“Хәтер –  мәңгелек”

13.05.2016 - Бөйөк Еңеүгә 71 йыл » Мәҙәниәт һәм сәнғәт “Хәтер – мәңгелек”


"Һуғыш балалары - тарих яралары"

12.05.2016 - Бөйөк Еңеүгә 71 йыл "Һуғыш балалары - тарих яралары"


Журналистар картуф ултыртты

12.05.2016 - Бөйөк Еңеүгә 71 йыл Журналистар картуф ултыртты


Иң бөйөк көндө көтә Йәнгир улы Рәис

10.05.2016 - Бөйөк Еңеүгә 71 йыл Иң бөйөк көндө көтә Йәнгир улы Рәис


Журналистар уларҙы онотмай

10.05.2016 - Бөйөк Еңеүгә 71 йыл Журналистар уларҙы онотмай


Һуңғы өмөтөгөҙ һүнмәһен!

10.05.2016 - Бөйөк Еңеүгә 71 йыл » Махсус биттәр Һуңғы өмөтөгөҙ һүнмәһен!