RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » » Тәбиғәт тә Еңеү һалдаттары менән бергә ҡыуанды

10.05.2011 Тәбиғәт тә Еңеү һалдаттары менән бергә ҡыуанды

Бөйөк Еңеүҙең 66 йыллығы баш ҡалабыҙҙа киң билдәләнде
Тәбиғәт тә Еңеү һалдаттары менән бергә ҡыуанды9 майҙа Башҡортостандың һәр район-ҡалаһы, ауыл-ҡасабаһы Еңеү көнөн байрам итте. Тантаналар республиканың баш ҡалаһы урамдарында, парктарында ла барҙы. Өфөнөң Еңеү паркында был көндө айырыуса йәнлелек хөкөм һөрҙө. Байрам иртәһенең салт аяҙ тороуы май ҡояшының, гүйә, Еңеү һалдаттарын тәбрикләүе ине. Һәр ерҙә дәртле көйҙәр яңғырай, оркестр һуғыш йылдары көйҙәрен уйнай. Ваҡыт аяуһыҙ – халыҡ ағымы араһында түштәрен тултырып орден-миҙалдар тағып атлаған ветерандар сафы һирәгәйә төшкән инде. Улар был көндө ихлас ҡотлауҙар ҡабул итә. Еңеүҙең 66-сы яҙын ҡаршылаған ветерандарҙы иң бәхетлеләр рәтенә индерергә булалыр.
Тәбиғәт тә Еңеү һалдаттары менән бергә ҡыуандыТөньяҡ-Көнбайыш, 1-се Белоруссия фронттарында ҡатнашҡан Бөйөк Ватан һуғышы ветераны Шәүкәт Закир улы Фәтҡуллин менән һөйләшәбеҙ.
– 9 майҙы мин Берлинда ҡаршы алдым, – тип һөйләй кисәге яугир. – Көн бөгөнгө кеүек ҡояшлы, аяҙ ине. Беҙ аэродромда дежурҙа торҙоҡ, механик булараҡ, самолеттарҙы хеҙмәтләндерҙем. Берлинға тиклем килеп еткәс, Еңеү беҙҙең яҡта булыры билдәле ине инде. ҡалала атыу тауыштары тынырға ла уйламаны. Һуғыштың рәсми рәүештә ҡасан тамамланырын түҙемһеҙлек менән көттөк. Еңеү – ғүмеремдәге иң оҙаҡ көттөргән оло байрамдарҙың береһе. Был байрамды күрә алмай, яуҙа башын һалған тиҫтерҙәрем генә йәл...
Тәбиғәт тә Еңеү һалдаттары менән бергә ҡыуандыМуса Насибулла улы Йосопов Еңеүҙе Грузияла госпиталдә ҡаршы алған.1943 йылда һуғышҡа алынған яугирға Курск дуғаһынан алып Украина, Болгария, Югославия, Венгрияны азат итеү һуғыштарында ҡатнашырға тура килә. «Ошо көндәрҙе күрә алыуым менән бәхетлемен», – ти тере яуҙың оло шаһиты.
Башҡортостандан 700 меңдән ашыу яугир, ҡаһарманлыҡ һәм ныҡлыҡ өлгөһө күрһәтеп, төрлө фронттарҙа һуғыша. Үҙенең ғәзиз Ватанын ғына түгел, бөтөн кешелекте ҡотҡарған халҡыбыҙҙың ҡаһарманлығы баһалап бөткөһөҙ.
Тәбиғәт тә Еңеү һалдаттары менән бергә ҡыуандыБөйөк Ватан һуғышы ветерандарын ҡотларға, һуғышта һәләк булғандар иҫтәлегенә сәскәләр һалыу өсөн Еңеү паркына Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов, БР Дәүләт Йыйылышы – ҡоролтай Рәйесе Константин Толкачев, төрлө министрлыҡ-ведомстволар вәкилдәре килгәйне. Улар Советтар Союзы Геройҙары Миңлеғәле Ғөбәйҙуллин менән Александр Матросов (Шакирйән Мөхәмәтйәнов) һәйкәленә – яуҙа ятып ҡалғандарға, ике тапҡыр Советтар Союзы Геройы Муса Гәрәевтың ҡәберенә, 112-се башҡорт кавалерия дивизияһы командиры Миңлеғәле Шайморатовтың, Таһир Күсимовтың бюстарына сәскәләр һалды.
«Реквием» яңғырай. Тантана ҡыуанысынан бигерәк, уйсан йөҙҙәрҙә күҙ йәштәренә лә ирек бирелә. Үткәндәргә ҡайтыу, күңел хәтирәләре генә түгел, шатлыҡ йәштәрелер был.
Еңеү рухын үҙешмәкәр сәнғәт коллективтары әҙерләгән тамашаларҙа, балаларҙың рәсемдәр, 109-сы мәктәп уҡыусыларының һуғышта булған олатай-өләсәйҙәренең исемдәрен туҡыма киҫәктәренә сигеп, уларҙан ойошторолған күргәҙмәһендә лә күрергә була ине. Ветерандар ялан ашханаһында һалдат бутҡаһы менән дә һыйланды, шанлы йылдар ауазын хәтерләткән таныш көйҙәргә бейеп, күңел асып, йәшлектәрен хәтергә төшөрҙө.

З. ЙӘҺҮҘИНА.
Ю. КӘРИМОВ, Ф. АБДУЛЛИН фотолары.










Оҡшаш яңылыҡтар



Олатай иҫтәлеге

22.06.2018 - Бөйөк Еңеүгә 71 йыл » Әҙәбиәт Олатай иҫтәлеге


Әсләм шишмәһе

26.05.2018 - Бөйөк Еңеүгә 71 йыл Әсләм шишмәһе


Ҡайҙа ғына бармай, ниҙәр күрмәй...

09.05.2018 - Бөйөк Еңеүгә 71 йыл Ҡайҙа ғына бармай, ниҙәр күрмәй...


«Үлемһеҙ полк»  саҡыра

03.05.2018 - Яңылыҡтар таҫмаһы » Бөйөк Еңеүгә 71 йыл «Үлемһеҙ полк» саҡыра


Исеме ташҡа уйып яҙылған

27.06.2016 - Бөйөк Еңеүгә 71 йыл Исеме ташҡа уйып яҙылған


Яҙмыштарында – ил  тарихы

20.05.2016 - Бөйөк Еңеүгә 71 йыл Яҙмыштарында – ил тарихы


“Хәтер –  мәңгелек”

13.05.2016 - Бөйөк Еңеүгә 71 йыл » Мәҙәниәт һәм сәнғәт “Хәтер – мәңгелек”


"Һуғыш балалары - тарих яралары"

12.05.2016 - Бөйөк Еңеүгә 71 йыл "Һуғыш балалары - тарих яралары"


Журналистар картуф ултыртты

12.05.2016 - Бөйөк Еңеүгә 71 йыл Журналистар картуф ултыртты


Иң бөйөк көндө көтә Йәнгир улы Рәис

10.05.2016 - Бөйөк Еңеүгә 71 йыл Иң бөйөк көндө көтә Йәнгир улы Рәис


Журналистар уларҙы онотмай

10.05.2016 - Бөйөк Еңеүгә 71 йыл Журналистар уларҙы онотмай


Һуңғы өмөтөгөҙ һүнмәһен!

10.05.2016 - Бөйөк Еңеүгә 71 йыл » Махсус биттәр Һуңғы өмөтөгөҙ һүнмәһен!


"Беҙ күрмәнек һуғышты, һәм бер ҡасан да күрмәҫбеҙ тип ышанабыҙ..."

Брянск өлкәһендә 1943 йылда һәләк булған башҡорт кавалеристары һәм саңғысылары исемдәре мәғлүм булды

«Миңлеғәле  Шайморатовҡа –  Герой исеме!»

06.02.2016 - Бөйөк Еңеүгә 71 йыл » Йәмғиәт «Миңлеғәле Шайморатовҡа – Герой исеме!»


Ҡарт яугирҙы әле лә  ил яҙмышы борсой

16.01.2016 - Бөйөк Еңеүгә 71 йыл Ҡарт яугирҙы әле лә ил яҙмышы борсой


Батыр үҙе үлһә лә,  исеме йәшәй

08.01.2016 - Бөйөк Еңеүгә 71 йыл Батыр үҙе үлһә лә, исеме йәшәй


Бәхетле Шаһиғәли

25.09.2015 - Бөйөк Еңеүгә 71 йыл Бәхетле Шаһиғәли


Күңелдең ике ҡанаты:  береһе йыр булһа, икенсеһе – бейеү

24.07.2015 - Бөйөк Еңеүгә 71 йыл » Махсус биттәр Күңелдең ике ҡанаты: береһе йыр булһа, икенсеһе – бейеү


Геройҙың батырлығы  онотолмай

19.06.2015 - Бөйөк Еңеүгә 71 йыл Геройҙың батырлығы онотолмай


Ул антифашист ине…

19.06.2015 - Бөйөк Еңеүгә 71 йыл Ул антифашист ине…


Нәҫел ағасының ете тармағын мәңгегә йотҡан һуғыш…

Быуаттарға балҡыр дан!

15.05.2015 - Бөйөк Еңеүгә 71 йыл Быуаттарға балҡыр дан!


«Беҙҙең мөхәббәтте һуғыш та, ауырлыҡтар ҙа еңә алманы»