«Йәшлек» гәзите » Конкурстар » Беҙҙеке – Иң матур бишәү араһында



03.10.2014 Беҙҙеке – Иң матур бишәү араһында

Беҙҙеке –  Иң матур бишәү араһындаБашҡорт ҡыҙы Гөлназ Ҡотлозаманова Ҡытайҙа үткән “Азия супер моделе – 2014” халыҡ-ара матурлыҡ конкурсында, “Иң матур биш ҡыҙ” исемлегенә инеп, 4-се урын яуланы. Уңышлы сығыш яһауы һәм әүҙемлеге өсөн ул аҫылташтар менән биҙәлгән ҡиммәтле (хаҡы 500 мең һум) биҙәүес менән бүләкләнде.

Конкурстың һуңғы этабында донъяның төрлө төбәктәренән 20 ҡыҙ финалға һайлап алынды. Конкурс шарттары буйынса ҡыҙҙар, сәхнәлә сығыш яһауҙан тыш, ҡытайҙарҙың милли ризыҡтарын әҙерләү һәм милли уйын ҡоралдарында уйнау буйынса ла көс һынашты. Башҡортостан исеменән сығыш яһаусы икенсе һылыуҡай – Гөлназ Хөсәйенова ла һынатманы, лайыҡлы сығыш яһаны.

Конкурс тарихында тәүге тапҡыр Башҡортостан вәкиле жюри составына индерелде. “Һылыуҡай – Bashkirian Beauty” студияһы етәксеһе Линара Таһирова мәртәбәле конкурста ҡыҙҙарҙың сығышын баһаланы.

“Башҡорт ҡыҙҙарының әҙерлек кимәлен, сығыштарын ойоштороусылар айырыуса билдәләп үтте. Һәр йыл һайын уңышлы сығыш яһаған башҡорт ҡыҙҙары менән Ҡытайҙың “Гуангси-ТВ” компанияһы директоры айырым проект эшләргә тәҡдим итте. Әлеге ваҡытта уның мөмкинлектәрен һәм финанс сығымдарын өйрәнәбеҙ”, – тип тәҫьораттары менән бүлеште Линара Таһирова.
Г. ЮЛДАШЕВА.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға