«Йәшлек» гәзите » Конкурстар » Әлфинә ҒАРИФУЛЛИНА: «Сәләмәт тормош алып барайыҡ, йәшлекте заяға үткәрмәйек!»



12.09.2014 Әлфинә ҒАРИФУЛЛИНА: «Сәләмәт тормош алып барайыҡ, йәшлекте заяға үткәрмәйек!»

Әлфинә ҒАРИФУЛЛИНА: «Сәләмәт  тормош алып барайыҡ,  йәшлекте заяға үткәрмәйек!» Әлфинә Урал ҡыҙы Ғарифуллина булам. Баймаҡ районының Ниғәмәт ауылында тыуып үҫкәнмен. Бөгөн мин – биолог дипломы алған кисәге студентмын.
Ауылыбыҙҙағы мәктәп, БДУ-ның Сибай институты уҡытыусылары биргән белем һәм үҙемдең ныҡышмалы булыуым ҡыҙыл диплом алыуға булышлыҡ итте. Спорт менән дә шөғөлләнәм. Төрлө ярыштарҙа алған наградалар, Маҡтау ҡағыҙҙарым бар.
Фотоға төшөрөү һөнәрен дә яратам. Үҙем үҫтергән сәскәләрҙе, йылдың төрлө миҙгелендәге үҙгәрештәр­ҙе, ҡабатланмаҫ мәлдәрҙе рәхәтләнеп кадрҙарға теҙәм.
Бөтә тиҫтерҙәремә, сәләмәт тормош алып барайыҡ, йәшлекте заяға үткәрмәйек, тип теләйем.

Һылыуҡайҙар! Бар республикаға һәм сит өлкәләргә үҙегеҙҙе танытҡығыҙ килһә, “Йәшлек” гүзәле – 2014” конкурсына рәхим итегеҙ. Төркөмдөң “Бәйләнештә”ге адресы – https://vk.com/ye02guzel
Фотоларҙы, үҙегеҙ тураһындағы мәғлүмәтте шулай уҡ Айбулат Ишназаровҡа (https://vk.com/id47026933) шәхси хәбәр менән ебәрә алаһығыҙ. Сәхифәләрегеҙ (“личка”) асыҡ булырға тейеш.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға