«Йәшлек» гәзите » Конкурстар » Матурлыҡ тыуҙырып, нур өләшеп йәшәй ул



05.09.2014 Матурлыҡ тыуҙырып, нур өләшеп йәшәй ул

Әҙәм балаһы күңеле менән һәр саҡ матурлыҡҡа ынтыла. Кемдер матур шиғырҙар ижад итә, икенселәре кисерешен йыр-моң аша еткерергә ашыға, бәғзеләре ҡулына ҡәләм алып, үҙен уратып алған күренештәрҙе ҡағыҙ биттәренә төшөрә. Ә бына Салауат һылыуы Рәзинә Байтимерова һүрәт төшөрөү менән мауыға. Ул уның төп хеҙмәте лә булып тора.

Матурлыҡ тыуҙырып, нур  өләшеп йәшәй  улРәзинә 25-се башҡорт гимназияһында белем ала, ҡаланың сәнғәт мәктәбенә лә йөрөргә өлгөрә. Бәләкәй сағынан һүрәт төшөрөргә яратҡан ҡыҙ, мәктәпте тамамлағас, Өфө ҡалаһының 1-се педагогия колледжының сәнғәт-графика бүлегенә уҡырға инә. Ҡулына диплом алғас, белемен арттырыу ниәте менән, ситтән тороп БДПУ-ны тамамлай.

Бөгөн Рәзинә Наил ҡыҙы ҡалабыҙҙың сәнғәт үҙәгендә художество бүлегенең өҫтәмә белем биреү педагогы булып эшләй. Йәш белгес үҙендә булған һәләтте балалар менән бүлешә. Дәрестәрҙә уҡыусылар һынлы сәнғәт менән шөғөлләнә, сигеү сигә, бәйләм эштәре менән мәшғүл. Уҡыусылары менән ҡала, республика конкурстарында, күргәҙмәләрҙә әүҙем ҡатнаша. Әйтергә кәрәк, Рәзинәнең Маҡтау грамоталары ла бихисап. Былтыр БР Милли музейында үткән “Киләсәк планетаһы – беҙҙең киләсәк” тип аталған республика конкурсында уның уҡыусыһы Регина Бабикова 1-се урын яулай.

Рәзинә үҙе лә төрлө буяуҙар менән һүрәттәр төшөрә. Уларҙы күмер, ҡәләм, сангина менән башҡара. Бар нәмәгә ҡыҙыҡһынып ҡарау, тәжрибә уртаҡлашыу – уның төп һыҙаты. Сәнғәтте, матурлыҡты ярата белгәнгә лә һәр хеҙмәте еренә еткереп башҡарыла. Һәләтле педагог заказға картиналар, портреттар ҙа эшләй.
– Сәнғәт – ысынбарлыҡты һынлы образдарҙа сағылдырыу, уны ижади эштә күрһәтеү. Әгәр үҙемдең белемемде балаларға тапшыра алам икән, мин ысын мәғәнәһендә бәхетлемен, – ти Рәзинә.

Гөлнора ЙӘМИЛЕВА.
Салауат ҡалаһы.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға