«Йәшлек» гәзите » Конкурстар » Зәлиә ХӨСӘЙЕНОВА: “Атай-әсәйемдең өмөтөн аҡлай алһам, бик бәхетле булыр инем”



21.03.2014 Зәлиә ХӨСӘЙЕНОВА: “Атай-әсәйемдең өмөтөн аҡлай алһам, бик бәхетле булыр инем”

Зәлиә ХӨСӘЙЕНОВА: “Атай-әсәйемдең өмөтөн аҡлай алһам, бик бәхетле булыр инем”Ҡар бөртөктәре устарыма килеп төшһә, үҙемде шул ап-аҡ ҡар йондоҙҙары кеүек хис итәм. Улар шундай нескә һәм үҙенсәлекле, барыһын да таң ҡалдыра бит...
Тап ошондай мәлдә, тәбиғәтте аҡ юрғанға төргән февраль айында, мин, Зәлиә Рәмил ҡыҙы Хөсәйенова, донъяға килгәнмен. Бының өсөн атай-әсәйемә бик рәхмәтлемен. Ҡәҙерлеләрем миңә тормош ауырлыҡтарына бирешмәҫкә, төплө белем алырға ярҙам итә.
Үҙем Баймаҡ районының Йәнйегет ауылынанмын. Сибай интернат-гимназияһын тамамлап, әлеге ваҡытта Башҡорт дәүләт университетында белем алам. Киләсәктә илебеҙгә кәрәкле шәхес булырмын, тип ышанам.
Иң ҙур теләгем – ата-бабаларыбыҙ нисек итеп беҙгә башҡорт телен тапшырған, уны шулай итеп киләһе быуынға ла аманат итеп ҡалдырыу. Бынан тыш, атай-әсәйемдең өмөтөн аҡлау ҙа тормош маҡсатыма инә.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға