«Йәшлек» гәзите » Конкурстар » Һылыуҡайҙар, һеҙ ҡайҙа?



24.01.2014 Һылыуҡайҙар, һеҙ ҡайҙа?

Әгәр ҙә һеҙ һылыу, уңған, сая, ысын башҡорт ҡыҙы икәнһегеҙ, тимәк, “Йәшлек” гәзите аша үҙе­геҙҙе бөтөн Башҡортостан халҡына күрһәтә алаһығыҙ.
Бының өсөн тәүҙә беҙҙең менән хәбәрләшеп, үҙегеҙ менән таныштырырға кәрәк. Ҡай­һы яҡта тыу­ғанһығыҙ, ҡайҙа белем алаһығыҙ, нимә менән шөғөлләнергә яра­та­һығыҙ, хыялдарығыҙ, тормош де­ви­зығыҙ ниндәй – беҙҙе бөтә нәмә лә ҡыҙыҡһындыра.
Үткән йылдарҙа ойошторолғанса, быйыл һылыуҡайҙар бәйгеһен миҙгелләп үткәрергә ҡарар иттек. Ҡыҙҙарҙың гәзит битендә баҫылған фотоһүрәттәре “Бәйлә­нештә” селтәрендәге беҙҙең төркөмгә ҡуйыласаҡ һәм уларға тауыш биреп буласаҡ.
Шарттарға килгәндә, конкурста ҡат­нашыр­ға теләүселәр үҙҙәре тураһында яҙып, “Йәшлек” гүзәле – 2014” конкурсы” (https://vk.com/club24213300) төркөмө диуарына тәҡдим итә, йәки Айбулат Ишназаровҡа (https://vk.com/id47026933), “Йәшлек”тең “Бәй­лә­нештә”ге аккаунтына (https://vk.com/blog.ye02)­ ­йәки гә­зит­тең электрон почтаһына (ye02@yandex.ru) ебәрә ала. Беҙ әлегә Ҡышһылыу һайлайбыҙ, шуға күрә миҙгелгә тап килгән фото ебәреүегеҙҙе үтенәбеҙ.
“Бәйләнештә” селтәрендә шәхси хәбәр (личное сообщение) яҙыр өсөн сәхифәләрегеҙ асыҡ булырға тейеш.
Декабрҙә конкурсҡа йомғаҡ яһаласаҡ, еңеү яулаған һылыуҡай гәзитебеҙҙең 2015 йылға календарын биҙәйәсәк.

Айбулат ИШНАЗАРОВ.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға