«Йәшлек» гәзите » Конкурстар » Иң яҡшы Яңы йыл тамашаһына бәйге!



01.11.2013 Иң яҡшы Яңы йыл тамашаһына бәйге!

Тиҙҙән йылды барлап, тамамлап ҡуйыу ваҡыты ла етеп килә түгелме? Аһ, ул мәл – Яңы йыл, бала сағыбыҙҙан алып яҡты, са­ғыу байрам, ҙур мөғжизә, әкиәт кеүек. Шыршы байрамында мажаралы сюжетҡа ҡо­ролған тамашалар көтә беҙҙе.
"Йәшлек" гәзите редакцияһы ижади эшмәкәрлекте үҫтереү, тәжрибә уртаҡлашыу, матур, ҡыҙыҡ йөкмәткеле сценарийҙарҙы бергә туплау маҡсатынан иң үҙенсәлекле Яңы йыл сценарийына "Мөғжизә көткәндә" тип аталған конкурс иғлан итә. Бәйгенең шарттары былай: ҡулъяҙмалар етеп килгән Йылҡы йылына арналған булырға тейеш һәм ижади фантазияның милли ерлектә үҫеше мотлаҡ. Сценарий мәктәп сәхнәһе, йә мәҙәниәт йорто өсөн яҙылһын.
Сценарийҙарға профессиональ әҙиптәр баһа бирәсәк, ә иң яҡшылары гәзит биттәрендә баҫылып сығасаҡ.
Эштәр 15 декабргә тиклем ҡабул ителә. Кон­курсҡа йомғаҡ 2014 йылдың ғинуар айында яһаласаҡ, еңеүселәргә редакцияның иҫтәлекле бүләктәре тапшырыласаҡ. иң шәп бер нисә сценарий гәзиттә баҫыласаҡ һәм сайтыбыҙға ҡуйыласаҡ. Ҡулъяҙ­ма күләме компьютерҙа йыйылған 7 – 8 биттән артмаһын. Яҙмала­рығыҙға 2014 йылдың беренсе ярты йыллығына яҙылыу квитанцияһының күсермәһен теркәргә лә онотмағыҙ.

Мөхәрририәт.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға