«Йәшлек» гәзите » Конкурстар » “Һин – диңгеҙһең. Мин – ҡабырсаҡ”



30.08.2013 “Һин – диңгеҙһең. Мин – ҡабырсаҡ”

ЗӘҢГӘР ТӘҘРӘ

Ҡумталай өй. Зәңгәр тәҙрә,
Уны ағай ҡуйған ине.
Был тәҙрәгә гүйә донъя,
Ҙур күк йөҙө һыйған ине.
Һыйған ине ҡаршы төбәк,
Оло ялан, күрше ауыл,
Тал-тирәкле Әй буйҙары,
Алыҫтағы Үгеҙ тауы.
Күҙ алдымда ҙур киң урам,
Өй алдары – бәпкә үлән.
Ҡумталай өй. Зәңгәр тәҙрә,
Төштәремдә һине күрәм.
Тәү асҡайным был донъяны
Һинең яҡты күҙең менән,
Йөрөтөрмөн балҡышыңды
Мәңге һаҡлап, үҙем менән.

Ҡабырсаҡ

Һин – диңгеҙһең. Мин –
ҡабырсаҡ.
Кәрәкмәй, тип мине алып
Ярҙарыңа ырғытһаң да,
Ҡом-таштарға бәрелдереп
Ел- ямғырға тейҙертһәң дә,
Мин барыбер тик һинеке,
Мин бит һинең ҡабырсағың,
Үткән минең аҫылташ та,
Ал сәскә лә булыр сағым.
Үҙ итмәм мин болот моңон,
Ятып ямғыр һыуҙарында,
Ота алмам урман йырын –
Ситтәр алһа ҡулдарына –
Ишетелер бары минән
Һинең тауыш, һинең шауың...
Булыр әле, булыр алда
Ҡосағыңа алыр сағың...
Мин бит һинең ҡабырсағың.

Сүплек гөлө

Бер гөл күрҙем мин сүплектә,
Ал таждары нәфис, нескә.
Һоҡландым мин һабағында,
Тамырында булған көскә.
Йырланым мин батырлығын,
Йырланым мин матурлығын,
Һәм уйланым: был сүплектә
Ҡабат сәскә атырмы ул?

ҒИБРӘТ
(Ысын әкиәт)

Уянған, ти, бер әҙәм ҙур күл
буйында,
Башы сатнай, баш төҙәтеү тик
уйында.
Өҫ кейеме бөгәрләнгән, һаҫыҡ
еҫле,
Аунап ятҡас еүеш ерҙә хайуан
төҫлө.
Тауҙы, ташты аҡтарғандай һис
хәле юҡ,
Айнығас ни, был донъяның бер
йәме юҡ.
Эргәһенә күл эйәһе шул саҡ
килгән,
Бейей-бейей был бәндәгә ҡарап
көлгән.
Ҡолағына эйелгән дә былай
тигән:
− Теләп яттың, булһасы тип
күл – һыранан,
Шулай булыр, тик шартым бар,
күп һораһаң.
Сама белмәй эсһәң, әгәр, минең
күлдән,
Яманыраҡ булырһың һин
шайтан-ендән.
Ә ваҡытында китмәһәң ситкә,
туйып,
Ҡаласаҡһың мәңгелеккә сусҡа
булып.
Әҙәм, мәгәр, һыранан һис
баш тартмаған,
Ҡомһоҙланып эскән уны, аш
ҡапмаған.
Баш төҙәткәс, туктармын тип ул
уйлаған,
Ятып һыра һемерһә лә, һис
туймаған,
Ике ҡулы тояҡтарға әйләнгән, ти,
Ерҙә баҫып йөрөргә лә,
яйланған, ти,
Күңелендә уй-тойғолар
юғалған, ти,
Көндәр буйы һыра менән
йыуанған, ти.
Сусҡа булып йәшәй хәҙер
был әҙәм,
Ғибрәт булһын башҡаларға, тип
яҙам.

БАЙЛЫҠ

Хәлен беләм тиеп килдем
ҡәләмдәштең,
Иҙән тулы ине ҡағыҙҙар.
– Сүп – байлыҡҡа, – тине дуҫым,
ихлас көлөп,
Беҙҙең яҡта шундай ырым бар.
Осҡан төҫлө булдым шул саҡ мин
күктәргә,
Аҫыл һүҙен тыңлап шағирҙың.
Иләҫләнде кеүек тынсыу ауыр
һауа
Хистәренән яңы шиғырҙың.
Ырым раҫҡа сыҡты. Ҡыуанысым
ташҡан.
Эйе, мин һис ярлы түгелмен.
Сығып киләм, дуҫтар,
ҡәләмдәштән,
Мөлдөрәмә байып күңелем.

Хаталар

Үҙ аллы эш кеүек үткән ғүмер:
Унда күпме хата яһаным.
Ғазапландым. Икеләндем күп
саҡ –
Тормош ҡуйыр ғәҙел баһаһын.

Эй, хаталар... Йылдар дауамында
Кәмегәндәр тиһәм, гел артҡан.
Үкенесле, ғүмер биттәремде
Төҙәттермәй яҙмыш ҡабаттан!

***
Уйҙар отҡор,
күҙҙәр зирәк –
Бар ине шәп саҡтарым.
Уйҙы уҙып, күҙҙе уҙып
Йүгерҙе аяҡтарым.
Үтте ғүмер. Күҙҙәр насар,
Йүгермәй аяҡтарым.
Әлдә уй шәп, байҡай һаман
Донъяның тарафтарын.

Тылсымлы һүҙ

Бер һүҙ әйттем
Тылсымлы һүҙ –
Ҡояш көлөп
Ҡараны.
Был нурлы һүҙ,
Саф яҡты һүҙ
Бар донъяны
Арбаны.
Был һүҙҙе мин
Ҡыуаныстан
Ҡабатланым
Көн һайын.
Кешеләрҙең
Йөҙҙәрендә
Күреп гөлдәй
Йылмайыу.
Осрағандар
Ихлас көлөп,
Туҡтап ҡалды,
Боролоп.
Күңелемдән
Был һүҙ сыҡты
Шатлыҡ булып,
Йыр булып.
Был һүҙ серен,
Был һүҙ көсөн
Һеҙ ҙә тиҙ
Тойорһоғоҙ.
Өндәшегеҙ
Тик донъяға,
Яратып:
– Һаумыһығыҙ!

Йомаҡ

Балалар башымдан
Һыйпамай.
Бер көндө шундай ныҡ
Асыҡтым,
Кешеләр янына
Ашыҡтым.
Осраны ҡыҙыҡай
Юлымда,
Ҙур икмәк бар ине
Ҡулында.
Күҙенә мөлдөрәп
Ҡарайым.
Зинһар, тим, бер тешләп
Алайым.
Йәшергәс ҡулдарын
Артына,
Боролоп килдем дә
Һаҡ ҡына,
Икмәген умырып
Тешләнем,
Ах! – тинем, Алабай,
Ни эшләнең?
Гөр килде, шауланы
Ҙур урам.
Ҡурҡыуҙан, ҡалтырап
Мин торам.
Әйтерһең, ҙур бүре
Күрҙеләр.
Таш менән башыма
Бәрҙеләр.
Төн буйы сыйнап, мин
Иланым.
Булһасы йортом тип,
Уйланым.
Берәҙәк ас эт мин –
Алабай.
Күңелемде бер кем
Аңламай.
Кем аңлар мине?
Берәҙәк ас эт мин –
Алабай.
Йорттарға инергә
Ярамай.
Яратып, иркәләп,
Саҡырып.

Гөлсирә ШАФИҠОВА.

Мәсетле районы,
Йонос ауылы.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға