«Йәшлек» гәзите » Конкурстар » Ә беҙҙең ауылда...



02.08.2013 Ә беҙҙең ауылда...

Мәрйәм БАКИРОВА, Учалы районының Ҡобағош ауылы:
– Ауыл гөрләй. Тирә-яҡ мөхитте һаҡлау йылы уңайынан да, үҙебеҙ ҙә ҙур теләк менән Миндәк йылғаһын һәм уның эргә-тирәһен сүп-сарҙан таҙарттыҡ. Бик күңелле һәм мәшәҡәтле, иң мөһиме, файҙалы булды был эш. Ойоштороу ҙа проблема тыуҙырманы – барыһы ла дәррәү сыҡты, ҡатын-ҡыҙҙар ҙа, егеттәр ҙә, йәштәр ҙә күп булды. Быға тиклем “Ҡарға бутҡаһы” байрамын үткәргәйнек. Шуғалырмы икән, республикала ямғырҙар ҙа яуа башланы – иғтибар итегеҙ әле? Мине шуныһы ҡыуандыра – ниндәй генә сара булһа ла, урындағы эшҡыуарҙарыбыҙ ҡатнашмай, матди ярҙам күрһәтмәй ҡалмай. “Ҡарға бутҡаһы”нда, мәҫәлән, Ғәйфуллиндар ғаиләһе халыҡты үҙҙәре етештергән ҡымыҙ менән һыйланы. Башҡа эшҡыуарҙар ҙа һәр ваҡыт ярҙамдан өҙмәй.
Үҙ ҡаҙаныбыҙҙа ғына ҡайнамайбыҙ, ҡунаҡтар саҡырып алып, үҙебеҙ ҙә барып торабыҙ. Яңыраҡ ҡына Әбйәлил районының Амангилде ауылынан “Сәсмәүер” фольклор ансамбле килеп ҡайтты. Матур сығыштары менән күңелде күтәрҙеләр, рәхмәт уларға.

Гөлфирә ЙӘҺҮҘИНА, Әбйәлил районының Үтәгән ауылы:
– Ауылыбыҙ сәсәндәре менән дан тота бит – “Беҙ үҙебеҙ үтәгәндәр – беҙ үҙебеҙ сәсәндәр!” тигән сара ойошторҙоҡ. Унда 18 сәсән ҡатнашты. Республикала киң билдәле сәсәниә Хәнифә Әбүбәкирова ла сығыш яһаны унда, сара бик матур үтте. Оҫта сәсәниәләр Вә­силә Сәғитова, Фатима Һибәтова һәм башҡалар сараға үҙенсәлек, биҙәк өҫтәне.
“Беҙ үҙебеҙ үтәгәндәр – беҙ үҙебеҙ сәсәндәр!” сараһына нигеҙ һалыусы булып китапханасыбыҙ Рәхилә Мусина торғанлығын билдәләге килә. Ижади, йор һүҙле булды ярыш, барыбыҙҙың да күңеленә хуш килде. Рәйсә Аҫылғужина Үтәгән ауылының шәжәрә ағасын бик ентекле, тулы итеп әҙерләп алып килгәйне, был үҙе бер байлыҡ. Өфөләге, Сибайҙағы юғары уҡыу йорттарынан уҡытыусылар, студенттар ҙа килде. Улар үҙҙәренең фәнни эштәренә бик күп материал туплап ҡайтып китте.

Гөлназ ЯМАЛЕЕВА, Әлшәй райо­нының Баязит ауылы:
– Беҙҙең ауылда бесән әҙерләү эше тамамланды. Шулай ҙа ял итеү ҡайҙа инде ул – әле көтөүе килеп етә, әле баҡсаны сүп баҫа. Көтөүҙе сиратлап аҙна буйына көтәбеҙ. Шуға ла көтөү сираты йыш түгел, йылына бер-ике тапҡыр ғына тейә.
Быуалар бар беҙҙә. Шуларҙың яңыһында барса халыҡ һыу инә ине, әле ямғырҙар арҡаһында яр буйҙары тынып ҡалды. Ямғыр етерлек булды шикелле инде, йәй булғас, кешеләр аҙыраҡ ял итһен, һыу инһен ине лә һуң. Унда халыҡ төрлө яҡтан йыйыла, матур көндәрҙә быуа буйы гөрләп тора. Балыҡ та тоталар, артығын һаталар ҙа.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға