«Йәшлек» гәзите » Конкурстар » Объективта – экология



02.08.2013 Объективта – экология

Төбәктең фоторәссамдары һәм фотохәбәрселәре Ти­рә-яҡ мөхитте һаҡлау йылына арналған «Экомәл – Башҡор­тос­тан» республика фотоконкурсында ҡатнаша ала.
Конкурсттың төп маҡсаты – тере тәбиғәтте, экологик тотороҡлоҡ гаранты булараҡ, пропагандалау һәм айырым һаҡланған тәбиғәт биләмәләренә йәмғиәт яҡлауын йәлеп итеү. Тирә-яҡ мөхитте, үҫемлектәр һәм хайуандар донъяһын һаҡлау буйынса проблемаларға иғтибар йәлеп итеү, әүҙем гражданлыҡ позицияһын үҫтереү мө­һим, шулай уҡ фоторәссамдарҙың, фотохәбәрселәрҙең һәм һәүәҫкәр фотографтарҙың һөнәри кимәлен күтәреү күҙ уңында тотола. Конкурсты БР Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология ми­нистр­лығы, Матбуғат һәм киң коммуникациялар буйынса агентлыҡ, Рәсәй фоторәссамдар союзының Башҡортостан бүлексәһе ойоштора.
Һәр ҡатнашыусы һәр номинацияға иң күбе 10 фотоһүрәт тапшыра ала. Номинациялар түбәндәгесә:
1. «Кеше һәм тәбиғәт». Кеше, әйтерһең дә, тәбиғәттең өлөшө. Кеше һәм тәбиғәттең ҡушылыуы, үҙ-ара мөнәсәбәте, ял мәлендә ҡыҙыҡлы хәлдәр һ.б.
2. «Сәскә ат, минең Баш­ҡортостаным». Рес­пуб­ли­каның матурлығын һәм байлығын күр­һәткән, тәбиғәт ҡурсаулыҡтарынан фотоһүрәттәр.
3. «Намыҫ экологияһы». Республиканың урмандарында, ҡала-ауылдарында, парктарҙа сүп-сарҙы таҙартыуға йүнәлтелгән экологик акцияларҙан, өмәләрҙән фотоһүрәттәр.
Эштәр 1 ноябргә тиклем ҡабул ителәсәк, еңеүселәрҙе бүләкләү декабргә билдәләнгән. Конкур­с­тың положениеһын БР Матбуғат һәм киң коммуникациялар бу­йынса агентлығы һәм БР Тә­биғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығы сайттарында табырға була.
Фотоһүрәттәрҙе 450077, Өфө ҡалаһы, Киров урамы, 45-се йорт, 413/а кабинетына ебәрергә. Белеш­мәләр өсөн телефон: (347) 226-20-39.

Л. ҺИҘИӘТОВА.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға