«Йәшлек» гәзите » Конкурстар » «Алтын ҡуллы» оҫталар һайланасаҡ



02.11.2010 «Алтын ҡуллы» оҫталар һайланасаҡ

Республикала «Алтын ҡуллы оҫталар» конкурсы башланды. 31 декабргә тиклем дауам итәсәк сара бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡты үҫтереү программаһына ярашлы ойошторола. Быйыл оҫталар ике номинация – «Һоҡланғыс тегеү», «Ташты художестволы эшкәртеү» номинациялары буйынса баһаланасаҡ.
Конкурстың төп маҡсаты – милли йолаларҙы һаҡлау, уникаль тәжрибәләрҙе, талантлы оҫталарҙы, рәссамдарҙы асыҡлау, мастерҙар технологияһын быуындан-быуынға тапшырыу. Бәйгенең шарттары, унда ҡатнашыу буйынса барлыҡ мәғлүмәтте www.bashremeslo.ru, www.mbbash.ru сайтында табырға мөмкин.
Р. ИШБИРҘИНА.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға