«Йәшлек» гәзите » Конкурстар » Рәмил Ҡолдәүләт исемендәге әҙәби премияға конкурс тамам



10.02.2012 Рәмил Ҡолдәүләт исемендәге әҙәби премияға конкурс тамам

Үткән йылдың башында «Йәшлек» гәзите Башҡортостан Яҙыусылар союзы һәм Әбйәлил районы баш­ҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты менән берлектә ҡабатланмаҫ талантлы шағир, драматург Рәмил ҡол­дәүләт исемендәге әҙәби премия булдырғайны. Йәш таланттарҙы асыу, башҡорт әҙәбиәтенә халыҡта һөйөү уятыу һәм тәрбиәләү, арабыҙҙан иртә киткән сағыу талант Рәмил ҡолдәүләттең исемен мәңгеләштереү ине уның маҡсаты.

Йыл буйы гәзит битендә Башҡортостан Яҙыусылар союзы ағзаһы булмаған һәр ижадсының әҙәби әҫәрҙәре донъя күрҙе. Жанрҙа ла, темала ла сикләү булманы. Гәзит битендә уҡымлы хикәйәләр, хисле нәҫерҙәр, үҙенсәлекле шиғырҙар баҫылды, анығыраҡ әйткәндә, ике тиҫтәнән ашыу хикәйә, утыҙҙан ашыу йәш ижадсының шиғри шәлкемен уҡып һөйөндө гәзит уҡыусы. Үҙе ике тос китап тигән һүҙ был!
Бәйге тамам. Рәмил ҡолдәүләттең яҡын дуҫы, күренекле шағир-прозаик Әхмәр Үтәбай, үҙенсәлекле шағир-прозаик, тән­ҡитсе, «Шоңҡар» журналының баш мөхәррире Азамат Юлдашбаев һәм һәләтле шағир-прозаик, «Йәшлек» гәзитенең әҙәбиәт бүлеге мөхәррире Мөнир ҡунафиндан торған жюри һәр баҫылған әҫәр­ҙе ентекләп ҡарап сығып, Рәмил ҡолдәү­ләт, Рәйес Түләктәргә лайыҡлы алмаш үҫеренә өмөт бағлап, бәйгелә лайыҡлы эштәр ярайһы уҡ булған тигән һығымтаға килеп, түбәндәге ижадсыларҙы (исемлек алфавит тәртибендә бирелә):
Фәнүзә Биктимерова (Әбйәлил районы), Рәшит Зәйнуллин (Өфө), Айгөл Ишемғужина (Баймаҡ), Мәүлит Кәримов (Стәрлетамаҡ ҡалаһы), Зөлфирә ҡарағужина (Әбйәлил), Рамаҙан ҡолмөхә­мәтов (Салауат ҡалаһы), Флүрә Низамова, Иҙрис Ноғоманов (Әбйәлил), Морат Солтанов (Октябрьский ҡалаһы), Аида Хәйретдинова (Балтас), Шәфҡәт Әбйәлилов (Баймаҡ) Рәмил ҡолдәүләт исемендәге әҙәби премия лауреаттары тип иғлан итә. ҡотлайбыҙ!
Еңеүселәрҙе ҡотлау тантанаһы шағирҙың тыуған ауылында − Әбйәлил районының Әлмөхәмәт ауылында 17 февралдә үтәсәк. Шуға күрә еңеүселәрҙең тиҙ арала редакцияға, (8347)2-73-46-38 телефонына йә дежур телефонға –8-965-92-32-000 шылтыратыу­ҙарын һорайбыҙ.
Бәйге тамам. Киләһе айҙан яңы ижади бәйге старт аласаҡ.
Мөхәрририәт.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға