«Йәшлек» гәзите » Конкурстар » Ижади йәштәр, һеҙҙең өсөн!



18.09.2010 Ижади йәштәр, һеҙҙең өсөн!

Ижади йәштәр, һеҙҙең өсөн!БР Йәштәр сәйәсәте һәм спорт министрлығы республиканың ижади йәштәре араһында өр-яңы конкурс иғлан итә. Сара «Донъя йәшлеге» тип атала һәм Башҡортостанда йәштәр йәмәғәт ойошмалары барлыҡҡа килеүҙең 90 йыллығына арнала. Конкурста 30 йәшкә тиклемге егет һәм ҡыҙҙар түбәндәге номинацияларҙа үҙҙәрен һынап ҡарай ала:
– «Әҙәби һүҙ» тигән эссе конкурсы. Бында йәштәргә «Комсомол минең ғаиләм тормошонда», «Йәмәғәт ойошмалары: кисә, бөгөн, иртәгә», «Комсомолдың бөйөк эштәре» кеүек темалар тәҡдим ителә;
– «Шиғри һүҙ» – поэтик әҫәрҙәр;
– «Ғилми тикшеренеү, доклад»;
– «Объективта – йәштәр» фотоконкурсы;
– «Был йырҙы йәштәр башҡара» йәштәр йырҙары авторҙары ярышы.
Конкурс хаҡында ентеклерәк мәғлүмәт ми­нистрлыҡтың сайтында (www.minsport02.ru) урынлаштырылған. Барлыҡ эштәр 2010 йылдың 1 октябренә тиклем Өфө ҡалаһы, Ленин урамы, 10-сы йорт адресы (БР Йәштәр сәйәсәте һәм спорт министрлығының 2-се офисы) буйынса ҡабул ителә.

Э. ХӘЙБУЛЛИНА.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға